Башҡортостандан биш табип үҙ теләктәре менән Донецк дауаханаһындағы хеҙмәттәштәренә ярҙам итеү өсөн килде. Яҡташтарыбыҙҙы Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов ҡаршыланы. Ул был хаҡта Инстаграмдағы битендә хәбәр иткән.
– Дауаханаға юл Донецк медицина университеты аша “ятты”, беҙ бында уҡыу йорто ректоры менән осраштыҡ һәм унан рәхмәт һүҙҙәре ишеттек. “Рәхмәт” тигән һүҙҙе үҙ адресыбыҙға ҡарата йыш ишетәбеҙ. Мин бөтә хеҙмәттәштәремә рәхмәт һүҙҙәрен ошо ныҡ рухлы кешеләргә бирешмәгәндәре һәм беҙгә ышанғандары өсөн белдерегеҙ, тип ҡат-ҡат ҡабатлайым. Бөгөн тағы икенсе бригаданы көтәбеҙ, – тип яҙа социаль селтәрҙә депутат.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, табиптарҙың өсөһө Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан, ҡалған икәүһе Республика һауыҡтырыу-физкультура диспансеры һәм Өфөләге 13-сө ҡала дауаханаһынан. Табиптарҙың тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ. Иҫән-һау йөрөп ҡайтығыҙ!
Фото:VK.com