Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Март 2022, 22:00

"Үҙебеҙҙе яратайыҡ"

Ҡариҙел районынан йәш табип, "ҡыҙыл зона"ла эшләгән белгес ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ниндәй кәңәштәрен еткерә?

"Үҙебеҙҙе яратайыҡ"
"Үҙебеҙҙе яратайыҡ"

Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан уҙғарылған байрам тантанаһына бар Башҡортостандан алдынғы ҡарашлы, һөнәрендә ҙур уңыштарға өлгәшкән, күп бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылғайны. Араларында Ҡариҙел районынан Эльвина Эрмакбаева ла бар ине. Ул гүзәл заттарға тәү сиратта һаулыҡ теләне. Был аңлашыла ла: ул райондың үҙәк дауаханаһында табип-терапевт булып эшләй.

Йәш белгес булыуына ҡарамаҫтан, уны барыһы ла хөрмәт итә, ярҙамына ышанып килә. Эльвина Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем алған. Шул йылдарҙа уҡ тәүҙә санитарка, аҙаҡ шәфҡәт туташы булып эшләй башлаған. Унан - баш ҡаланың 21-се дауаханаһында табип. Тик барыбер эшкә тыуған Ҡариҙел районына ҡайтырға ҡарар итә һәм быға һис тә үкенмәй.

Әле уның дөйөм хеҙмәт стажы ете йыл булһа, районда бишенсе йыл эшләй. Бәхетле әсәй ҙә.

– Ҡыҙҙар, һаулығыбыҙға иғтибарлы булайыҡ. Сәләмәт саҡта ғына барыһын да эшләргә мөмкин. Күңелебеҙ менән дә, тыштан да матур булып ҡалайыҡ, үҙебеҙҙе яратып, ҡарап йөрөтәйек, – тине йәш табип. – Башҡа теләктәр ябай инде: оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстар. Күгебеҙ тыныс булһын.

Эльвина пандемия ҡыҙған осорҙа “ҡыҙыл зона”ла эшләгән. Хәҙер сир сигенә башланы, эш әҙерәк еңелләште, ти.

– Тәүҙә кешеләр ауыр сирләй, үлә ине, хәҙер еңелерәк үткәрәләр, шөкөр. Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ, шуны бер ҡасан да онотмайыҡ. Һәр ваҡыт үҙебеҙҙе хәстәрләргә кәрәк, – ти табип.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: