Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Март 2022, 10:00

Ағыулы тауыҡтан нисек ҡотолорға?

Хәҙер күпте белгән һатып алыусы тауыҡты антибиотик һәм гормондар ҡулланып үҫтереүҙәре тураһында хәбәрҙар...

Ағыулы тауыҡтан нисек ҡотолорға?
Ағыулы тауыҡтан нисек ҡотолорға?

Һалҡын ысул менән эшкәртелгән тауыҡтың ике тәүлектән ашыу һаҡлана алмағаны билдәле. Дөрөҫмө-юҡмы, ауырлығын арттырыу һәм оҙағыраҡ һаҡлау өсөн ҡош итенә һыу, тоҙ һәм тәмде көсәйтеүсе химикаттар - консерванттар өҫтәүҙәре лә мөмкин икән. Зарарлы матдәләрҙән ҡотолоу өсөн тауыҡты әҙерләгәндә түбәндәге ысулдарҙы ҡулланырға була.

Һурпа бешергәндә, тауыҡты тоҙ һалынған һыуҙа (бер литр һыуға бер ҡалаҡ тоҙ алына) ҙур кәстрүлдә һүлпән утҡа ҡуйырға ла, ҡайнап сыҡҡас, шул һыуҙа 20-30 минут тоторға. Артабан, уныһын түгеп, тауыҡты яңынан йыуып, таҙа һыуға һалып бешерергә. Ошолай иткәндә, химия менән бергә майы ла тәүге һурпала ҡала.

Йәнә ризыҡ әҙерләгәндә тауыҡтың тиреһен һәм майын һыҙырып алып ташларға кәрәк - зарарлы матдәләр шунда тупланыусан. Шунан һыуыҡ һыуға (бер литр һыу, өс ҡалаҡ тоҙ һәм бер ҡалаҡ 70 процентлы уксус нисбәтендә) тауыҡ тулыһынса ҡапланырлыҡ итеп һалып торорға кәңәш ителә. Уны һалҡын урында 3-4 сәғәт тотҡас, һыуҙан алып, яҡшылап йыуып бешерергә була.

Фото:pinterest

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: