Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Март 2022, 13:45

Сир кәмей

Әммә республикала ғәҙәттән тыш хәәлдәргә әҙерҙәр. 

Сир кәмей
Сир кәмей

Республикала һәм илдә коронавирусҡа бәйле хәлдәр тотороҡлана. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә лә һөйләшеү булды. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, Башҡортостанда COVID-19 менән сирләгәндәр өсөн урындар һаны ҡыҫҡартыла башланы.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә, Өфөнөң Дим биҫтәһендәге һәм 8-се дауахана, Күмертау һәм Салауат ҡалаларындағы ковид госпиталдәре ғәҙәти эш тәртибенә күсәсәк. Бөгөн Башҡортостанда коронавирус менән сирләгәндәр өсөн өс мең самаһы урын бар һәм уларҙың 41 проценты буш.

Министр белдереүенсә, һуңғы тәүлектә коронавирус 3009 кешелә асыҡланған, дөйөм алғанда, пандемия башланғаны бирле 252 мең кешегә ошо диагноз ҡуйылған.

– Әле стационарҙарҙа 263 кеше ята, уларҙың хәле уртаса ауырлыҡта, йәнә 28 кешенең хәле ауыр, – тине Максим Забелин.

Вакцинацияға килгәндә, министр белдереүенсә, ошо көндәрҙә үҫмерҙәр өсөн 950 доза “Спутник М” вакцинаһы көтөлә. Әле 12-нән 18 йәшкә тиклемге 2376 үҫмер тулыһынса прививка яһатҡан.

Өлкәндәргә килгәндә, план 99,9 процентҡа үтәлгән һәм 2481689 кеше прививканың беренсе компонентын һалдырған. Тулыһынса был ғәмәлде 2341909 кеше тамамлаған.

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, 11 мартта Туймазы ҡалаһында яңы клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге асыласаҡ. Беренсе пациенттарҙы унда бер аҙнанан ҡабул итә башлаясаҡтар. Сибайҙағы үҙәк иһә ике аҙнанан асыласаҡ, апрель башында унда ла пациенттар дауалана башлаясаҡ.

Радий Хәбиров белдереүенсә, республиканың төньяғында ла бер ковид госпитале кәрәк. Тик уны төҙөү-төҙөмәү хәлдәрҙең артабан нисек үҫешенә ҡарап хәл ителәсәк.

Фото: sputnik.by

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: