Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
10 Март 2022, 13:10

98 йәштә лә... тик ултырмай

Ул уҡытыусы булып эшләп йөрөгән еренән, яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп, табип булырға ҡарар итә...  

98 йәштә лә... тик ултырмай
98 йәштә лә... тик ултырмай

Медицина фәндәре докторы, СССР-ҙың  һаулыҡ һаҡлау отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, 170-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы Менәүәрә Мәүлетова 98 йәшендә лә фәндән ситтә тормай, ошоғаса аспиранттарға мәҡәләләр яҙыуҙа ярҙам итә, кәңәш бирә. Уның етәкселегендә ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙа алтмыштан ашыу диагностикалау һәм дауалау ысулы ғәмәлгә индерелгән.

Менәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы - бай тәжрибәле балалар хирургы, әле лә Республика медицина палатаһының әүҙем ағзаһы. Һуғыш йылдарында Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлап, мәктәптә уҡытыусы, директор  булып эшләй. Әммә яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп, табип булырға ҡарар итә.  Башҡорт дәүләт медицина институтын уңышлы тамамлағандан һуң төрлө юғары вазифаларҙа эшләй. Тормош иптәше Рыфат Мәүлетов та фән кешеһе була, заманында Өфө  техник авиация университеты ректоры һәм башҡа юғары вазифаларҙы биләй.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан хеҙмәттәштәре, медицина университеты ректоры Валентин Павлов ветеранды  ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырырға килде. “Хеҙмәттәштәрем менән осрашыу, аралашыу, яңылыҡтарҙы уртаҡлашыу һәр саҡ күңелле,” – тип, Менәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы уларға иғтибарлы мөнәсәбәттәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

“Ветерандар менән ошондай һәр осрашыу - беҙҙең өсөн  тормош дәресе,  фәнни, табиплыҡ традицияларына байҡау яһау мөмкинлеге һәм аҡыллы, бик изге күңелле кеше менән аралашыу бәхете,” – тине Валентин Николаевич.

Фото: BashNews

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: