Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Март 2022, 10:00

"Да Винчи" эш башланы...

Леонардо  да Винчи сәнғәт әҫәрҙәре ижад итһә, уның хөрмәтенә булдырылған робот кешеләргә  ғүмер бүләк итә.

"Да Винчи" эш башланы...
"Да Винчи" эш башланы...

Башҡорт дәүләт медицина университеты  клиникаһына “Да  Винчи”  робот системаһы килтерелде. Әгәр рәссам Леонардо  да Винчи сәнғәт әҫәрҙәре ижад итһә, уның хөрмәтенә булдырылған робот кешеләргә  ғүмер бүләк итә.  Быныһы клиникаға алынған аппараттарҙың икенсеһе инде.

Хирургтар операцияларҙы  хәҙер юғары теүәллек менән башҡарасаҡ.  Бөгөн табиптар күрше өлкәнән килгән иргә ҡатмарлы операция яһарға йыйына. Ә робот системаһы АҠШ-тан килтерелгән. Хирург манипуляторҙар ярҙамында механик ҡулдар менән идара итә.   Табиптар  яман шешле ағзаның бер өлөшөн  алып ташлай.  Яңы аппаратта оҫталыҡ дәресен үткәреү өсөн  Өфөгә Мәскәү белгестәре лә килгән. Операция барышы тәжрибәле табиптар аңлатмалары менән бөтә Рәсәй табиптары өсөн трансляциялана. Онлайн рәүешендә күҙәтергә һәм һорауҙар бирергә лә мөмкин.

Роботлаштырылған система операцияларҙы юғары кимәлдә үткәрергә ярҙам итә. Унан республика халҡы ғына түгел, күрше  төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә файҙалана аласаҡ.  Төрлө йүнәлештә эшләгән хирургтар яңы ҡорамалды яҡшы үҙләштерҙе, тимәк, “Да Винчи” тағы ла әллә күпме пациенттарға ярҙам ҡулы һуҙа аласаҡ.

Фото: BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: