Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Март 2022, 18:40

“Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡайғыртығыҙ, мотлаҡ вакцина эшләтегеҙ”

Резеда Абдуллина
Фото:Резеда Абдуллина

Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында йәшәгән 66 йәшлек Әлфиә Дәүләтова һаулығына бер ҡасан да зар­ланмай, сәләмәт тормош алып бара. Ауылда ойошторолған һәр сара уртаһында ҡайнап йәшәгән әүҙем ханым, 45 йыл китапханасы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

2020 йылдың көҙөндә Әлфиә Айса ҡыҙы ҡапыл үҙен насар һиҙә. “Шул йылда октябрь йылы, көләс булды, ысын мәғәнәһендә алтын көҙ ине. Бер мәл әллә нисек хәлем бөтөп, үҙемде насар һиҙҙем. Эргә­ләге йылғала балаҫ-маҙар йыуып йөрөгәйнем, әллә һыуыҡ үткәрҙем инде, тип уйлап ҡуйҙым да артыҡ иғ­ти­бар итмәнем. Шунан арҡам ныҡ итеп ауырта башланы, ятҡы килеп кенә торҙо. Тән температураһын үл­сә­нем, 37-не күрһәтә ине, аҙаҡ төштө.

Ҡыҙым шәфҡәт туташы булып эшләй, ҡаланан килеп, система ҡуйып китте, дарыуҙар ҡалдырҙы. Арҡам ауыртыуы бөтмәгәс, ауылда йәшәгән бер туған һеңлем Байрам­бикә тоҙ һалды, әммә хәлем яҡшыр­маны.

Ҡыҙым ҡалаға үҙҙәренә алып ҡайтты, фатирҙары дүртенсе ҡатта урынлашҡан, тыным ҡыҫылып, саҡ менеп еттем. Шунан “Ашығыс ярҙам” саҡырттыҡ. Флюорография уң яҡ үпкәмдең 10 проценты зарарланыуын күрһәтте. Ул ваҡытта дауаха­наның йоғошло ауырыуҙар бүлеге сирлеләр менән тулы ине.

Госпиталь астылар, мине беренсе ҡатҡа урынлаштырҙылар. Арҡам­дың ауыртыуы көсәйгәндән-көсәйҙе, тын алыуы ауырлашты. Компьютер томографияһы инфекцияның үпкәм­дең икенсе яғына ла күскәнен күр­һәтте.

Табиптар, үҙ бурыстарына етди ҡарап, эштәрен намыҫ менән баш­ҡарҙы. Баш табип Гөлнара Абдуллина менән дауалаусы табип Эрнест Вәлиуллинға рәхмәтем сикһеҙ. Шәфҡәт туташтары ла эргәбеҙҙә  йүгереп йөрөнө. Ул ваҡытта үҙемде томан эсендә кеүек тойҙом, шуға күрә аҡ халатлы фәрештәләрҙең исем-шәрифе лә иҫтә ҡалмаған.

Миңә көн һайын система ҡуйҙылар, тын алыуы ауырлашҡас, төрлө дарыу, уколдар менән дауаланылар. Ауыр хәлдә булғандарҙы өҫкө ҡатта дауалайҙар ине, палатала ятҡан бер ҡатындың ире вафат булыуын ишетеү күңелгә шом һалып ебәрҙе. Әммә кәйефемде төшөр­мәҫкә тырыштым: доғалар ҡылып, теләктәр теләп, үҙемде һауығыуға көйләнем. Яҡындарым да телефон аша хәлемде белеп, кәрәкле әйберҙәрҙе килтереп, мине төрлө яҡлап дәртләндереп торҙо.

Бишенсе көнөнә Байрамбикә һеңлем дә госпиталгә эләкте. Уның сатурация кимәле түбән булғас, кислородҡа тоташтырҙылар. Һең­лем өсөн көйөп-яныуҙарымды Хоҙай Тәғәлә үҙе генә белә инде.

Алтынсы көнөнә хәлем арыулана башланы. Госпиталдә 11 көн дауа­ланғас, өйгә ҡайтарҙылар”, – тип “ҡара” көндәрҙе иҫенә төшөрҙө әңгәмәсем.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус инфекцияһын үткәреүселәр уның эҙемтәһенең организм өсөн бик насар булыуын, төрлө өҙлөгөүҙәргә килтереүен билдәләй.

“Коронавирус организмдың ҡай­һы ере сибек, шул ергә йоғонто яһай, тиҙәр. Минең умыртҡа һөйә­гемдә бүҫерем бар ине, шунда тәьҫир иткән. Арҡам һыҙлауы әле лә яфалай. Дауахананан ҡайтҡас, тирләп яфаландым, эске кейемде көнөнә дүрт-биш тапҡыр алмаштыра инем. Бынан тыш, шәкәр кимәле күтәрелде, йөрәк тә йыш ҡына үҙен белдертеп ҡуя. Физик көс талап иткән эштәрҙе лә башҡарып булмай”, – тип борсолоуын белдерҙе Әлфиә Айса ҡыҙы.

Көслө рухлы, “тажлы” зәхмәткә бирешмәгән ханым һаулығын нығытыу өсөн барыһын да эшләргә тырыша: ныҡ көсөргәнеш талап итмәгән физик күнекмәләр башҡара, скандинав таяҡтарында көн һайын өс-дүрт километр ара үтә, саф һауала йыш булырға тырыша, файҙалы үләндәр эсә.

“Иң яҡшыһы, әлбиттә, сирләмәү. Мин ауырығанда вакцина юҡ ине әле. Ни тиклем һаҡланһам да, яуыз зәхмәт әллә ҡайҙан килеп эләкте. Аллаға шөкөр, еңеп сығып барам. Күптән түгел вакцина яһаттым. Беҙҙең ауылда бөтәһе лә тиерлек прививка эшләтте инде, бында ауылыбыҙҙың фельдшеры Әлфиә Ғәлинаның тырышлығы ҙур. Әммә таныштарым араһында вакцина ҡаҙатмағандар ҙа бар әле. “Был бәлә мине урап үтер, миңә теймәҫ” тип уйлап яңылышмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәстәрләгеҙ, мотлаҡ вакцина эшләтегеҙ”, – тигән теләктәрен белдерҙе Әлфиә Дәүләтова.

 

Римма СОЛТАНОВА.

Читайте нас: