Спорт һәм сәләмәт тормош рәүеше үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Юҡҡамы ни, сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тип әйтәләр? Бының менән бәхәсләшеп булмай: ғәҙәттә, спортсылар – әүҙем, маҡсатлы, алға ынтылыусан, көслө кешеләр. Спорттың сәләмәтлеккә һәм холоҡ-фиғелгә ыңғай тәьҫир итеүе күптән фән ярҙамында иҫбатланған, бәхәсләшеү урынһыҙ.
Спорт менән даими шөғөлләнгәндә, йөрәк яҡшыраҡ эшләй, инсульт һәм инфаркт ихтималлығы кәмей, ҡан әйләнеше яҡшыра. Унан тыш, физик күнекмәләр кешенең тышҡы ҡиәфәтен дә яҡшырта, буй-һын да һомғоллана. Унан тыш, даими күнегеүҙәр стресс булдырмай, кәйефте күтәрә, эшлеклелек сифаты арта. Шуға ла спорт менән бала саҡтан шөғөлләнгәндәр өлкәнәйгәс тә йәш, матур күренә, сирҙәргә бирешмәй һәм гел яҡшы кәйефтә була.
Был йәһәттән “Айыҡ ауыл” проекты координаторы, медицина фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева үҙ фекерен белдерҙе: “Һәммәбеҙгә мәғлүм: мәғлүмәт белһәң, донъяға хужа булырһың. Халыҡтың төрлө категориялары физик культура һәм спорт менән шөғөлләнһен өсөн дөйөм белем биреүсе ойошмаларҙың спорт инфраструктураһын ҡулланыу мөмкинлеген киңәйтеү йәһәтенән Рәсәйҙең Мәғариф һәм Спорт министрлыҡтары әҙерләгән методик кәңәштәр барыһына ла билдәлеме икән?
Улар физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе граждандарҙың һанын арттырыу маҡсатында урындағы үҙидара органдары етәкселәренә йүнәлтелгән. Һәр ауыл һәм ҡалала күпме кеше йәшәүгә ҡарамаҫтан, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырылырға тейеш. Роспотребнадзорҙың был йәһәттән әҙерләгән документында иһә спорт менән шөғөлләнеү өсөн белем биреү ойошмаларының спорт биналарын һәм биләмәләрен файҙаланыу санитарияға ҡағылышлы ҡануниәттә тыйылмағанын билдәләй.
Методик тәҡдимдәр 2021 йылдың сентябрендә раҫланған, республика Мәғариф министрлығы, “Айыҡ ауыл” конкурсының ойоштороу комитеты тәҡдиме менән, 2022 йылдың 10 февралендә республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларына ебәргән. Һеҙҙе ҡоралландырҙыҡ, бурысығыҙ – был маҡсатты һәр ауылда тормошҡа ашырыу. Тимәк, фитнес-клубтарығыҙ юҡ икән, әммә мәктәптәр һәм колледждар, уларҙың спорт залдары бар!
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың башҡа категориялары өсөн дөйөм белем биреү ойошмаларының спорт инфраструктураһын файҙаланыу кимәле уртаса 65 процент самаһы, әммә халыҡтың һаулығын һаҡлау өсөн бөтә ресурстарҙы ла файҙаланырға тейеш булған райондар бар әле.
Конкурс тураһындағы положениеға, дөрөҫөрәге, конкурсҡа йомғаҡ яһағанда баһалау критерийына Мәғариф һәм фән министрлығы мониторингы мәғлүмәттәрен дә иҫәпкә алған өҫтәмәләр индереләсәк. Һеҙҙән яуап көтәбеҙ, хөрмәтле конкурста ҡатнашыусылар. Проблемалар тыуһа, ярҙам итербеҙ”, – тип белдерҙе Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА