Хәҙер инде был һүҙҙәр бер кемдә лә аптырау тойғоһо уятмай: донъя, ысынлап та, пандемияға тиклемге һәм унан һуңғы осорға бүленде. Коронавирус сәләмәтлектең ҡәҙерен белергә өйрәтеү, йәшәйеш ҡиммәттәрен ҡабаттан баһаларға мәжбүр итеү менән бер рәттән, медицина хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ эшенең бәҫен күтәрҙе, табиптарҙың абруйын арттырҙы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы эпидемиологик хәл медицина юлын һайлаған йәш белгестәрҙе лә бик иртә хеҙмәт юлына баҫтырҙы.
Мәғлүм булыуынса, республиканың медицина учреждениеларында Башҡортостан дәүләт медицина университетының юғары курстарында уҡыған студенттар эшләй, улар төп персоналға ярҙам йөҙөнән һөнәри булышлыҡ күрһәтә. Шундайҙарҙың береһе – Айгөл Әхмәтйәнова.
Уға 23 йәш, баш ҡалала тыуып үҫкән. 2019 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университеты эргәһендәге медицина колледжын тамамлап, шәфҡәт туташы дипломын алған. Әйтеүенсә, ғаиләлә медицина хеҙмәткәрҙәре юҡ, мәгәр әсәһе бәләкәстән табип булырға хыялланған, әммә уның ниәте тормошҡа ашмаған. “Бәлки, уның теләге миңә күскәндер”, – ти Айгөл.
Әлеге ваҡытта тырыш ҡыҙ Башҡортостан дәүләт медицина университетының өсөнсө курсында, медицина-иҫкәртеү факультетында белем ала.
“Әлбиттә, минең урта һөнәри белемем бар, мәгәр, әлеге ваҡытта медицина тармағының бөтөнләй икенсе йүнәлеше буйынса һөнәремде камиллаштырам. Төркөмдәшем менән мине республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә медицина практикаһын үтергә ебәргәс, башта бер аҙ албырғап ҡалдым. Шул уҡ ваҡытта, сирләүселәр статистикаһының арта барғанын күреп, беҙҙең ярҙам ваҡытлы һәм урынлы икәнлегенә инандым. Мин уҡыған факультет сирҙәрҙе иҫкәртеү йүнәлештәре буйынса махсуслаша. Шуға ла был һөнәри тәжрибә минең өсөн бик мөһим. Әйткәндәй, төркөмдәшемдең дә шәфҡәт туташы дипломы бар, шуға бер-беребеҙҙе аңлап, ярҙам итешеп эшләйбеҙ, бактериологик тикшеренеүҙәр лабораторияһында шәфҡәт туташтары бурыстарын үтәйбеҙ.
Көн һайын кешеләрҙең тын алыу юлдарында COVID-19 вирусы барлығын йә юҡлығын тикшереү, ҡанда антиесемдәр барлығын асыҡлау өсөн анализдар алабыҙ, башҡа һабаҡташтарыбыҙ сирлеләр араһында мониторинг үткәрә.
Шуныһы – медицина колледжын тамамлап, диплом алғас, мин шәфҡәт туташы булып эшкә урынлашырға ҡыймағайным. Дөрөҫөн әйткәндә, яуаплылыҡтан да ҡурҡтым. Әммә донъялағы эпидемиологик хәл ҡараштарымды һәм ысынбарлыҡты үҙгәртте – хәҙер шәфҡәт туташы булып эшләйем. Был миңә һөнәремдең ни тиклем мөһим икәнлеген, кешеләргә кәрәклеген аңларға ярҙам итте”, – ти Айгөл Азамат ҡыҙы.
Йәш белгескә һаулыҡ һәм уңыштар юлдаш булһын.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА