Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Март 2022, 16:30

Туймазыла яңы үҙәк асылды

"Был – Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға. Ул төбәктәге медицина ярҙамы сифатын ярайһы уҡ юғары кимәлгә күтәрергә ярҙам итәсәк".

Туймазыла яңы үҙәк асылды
Туймазыла яңы үҙәк асылды

12 мартта  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазы ҡалаһындағы клиник-диагностикалау йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылыу тантанаһында ҡатнашты. Уны ни бары 45 көндә төҙөнөләр. Үҙәк, Зубов һәм Стәрлетамаҡтағы  COVID-госпиталдәр кеүек үк, ҡурай сәскәһе формаһында төҙөлгән. Төҙөлөштә 1500-ҙән ашыу кеше эшләгән, 75 берәмек ауыр техника ҡулланылған. Төҙөлөштөң дөйөм  майҙаны – туғыҙ мең квадрат метр.

Туймазылағы госпиталь асылыуға бағышлап, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко видеоҡотлау ебәргән.

– Был – Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға. Рекордлы  ваҡыт эсендә төбәктә төҙөлгән өсөнсө ошондай учреждение. Ул төбәктәге медицина ярҙамы сифатын ярайһы уҡ юғары кимәлгә күтәрергә ярҙам итәсәк.  Беҙ COVID-19 менән ике йыл көрәшәбеҙ һәм заман талаптарына ярашлы төҙөлгән, барлыҡ шарттары булған клиникаларҙың ниндәй әһәмиәткә эйә икәнлеген аңлайбыҙ. Киләсәктә яңы дауахана яңыртылған инфеция хеҙмәтенең өлгөһө буласаҡ. Республика етәкселегенә рәхмәт – һеҙ Башҡортостан халҡы мәнфәғәтендә эшләйһегеҙ, - тине министр.  

– Өс ай  элек ике йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөүгә старт биргәйнек, бына Туймазылағыһы төҙөлөп тә бөттө. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарыла. Бөгөн мин бәйләнешкә Луганск Республикаһындағы дауахананан бәйләнешкә сыҡтым һәм Радий Фәрит улына Донбасҡа даими ярҙамы, ике медицина бригадаһы ебәргәне өсөн рәхмәт еткерәм. Улар – ут! Шунда уҡ эшкә тотондолар, яралыларҙы һәм планлы сирлеләрҙе дауалау йәһәтенән бик ҙур эш башҡаралар, - тине Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе  Дмитрий Хубезов үҙенең видеомөрәжәғәтендә.

Башҡортостан Башлығы Радий  Хәбиров иһә сығышында түбәндәгеләрҙе еткерҙе:

 – Бөгөн беҙҙең өсөн бик шатлыҡлы көн. Иңебеҙгә ниндәй генә һынауҙар төшмәһен, бирешмәйбеҙ, ә бөгөн яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге асабыҙ. Сиратта – Сибайҙағы дүртенсе госпиталь. Тимәк республикала төрлө инфекцияларҙан һәи сирҙәрҙән һаҡлаясаҡ киңәйтелгән һаҡ системаһы буласаҡ. Был – бик яҡшы ҡаҙаныш.

Пандемиялар килер ҙә китер. Коронавирус бөткәндән һуң, был госпиталь  күп профилле дауахана буласаҡ, ике ҡала һәм яҡындағы ете район кешеләрен хеҙмәтләндерәсәк. Медицина йәмәғәтселеге менән  беҙҙең һаулыҡ һаҡлау  тармағы пандемиянан көслөрәк һәм яңыртылған булып сығасаҡ тип килешкәйнек, әле барыһы ла әйткәнсә бара.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау минисры Михаил Мурашкоға –  лайыҡлы, хөрмәтле дуҫыбыҙға рәхмәтемде еткерәм. Ул беҙгә һәр саҡ ярҙам итә. Медицина хеҙмәткәрҙәренә айырым рәхмәт. Тап улар ауыр осорҙоң һынауҙарын  үҙ иңендә кисерә һәм халыҡтың сәләмәтлеге өсөн көрәшә.

Ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә эште сифатлы башҡарған, яңы үҙәк төҙөгән кешеләргә лә ҙур рәхмәт. Артабан да төҙөйәсәкбеҙ! Беҙҙең пландар күп.  Социаль объекттар төҙөү буйынса бер пландан да баш тартмайбыҙ – эштәр артабан дауам итәсәк.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа айырым рәхмәт. Ул - республикала инфекциялы үҙәктәр төҙөүҙең илһамландырыусы  сығанағы ла, ойоштороусыһы ла. Дүрт госпиталь дә – уның идеяһы, энергияһы, ныҡышмаллығы һөҙөмтәһе, - тине Радий Фәрит улы.

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары  Андрей Плутницкий сығышында түбәндәгеләрҙе билдәләне:

– Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү һәм нығытыу өсөн күп эштәр башҡарыла, беренсел медицина звеноһын яңыртыу программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Һеҙҙең байтаҡ төҙөлөш ҡарарҙарығыҙ һәм медицина технологияларығыҙ башҡа төбәктәрҙә файҙаланыла. Башҡортостандағы  медицина фәне һәм коллективтарығыҙ – бик юғары иҫәптә. Республикала шулай уҡ коронавирус инфекцияһынан  вакцинациялау бурысын да яҡшы үтәйҙәр. Башҡортостан Башлығының һүҙҙәрен хуплайым һәм һаулыҡ һаҡлау тармағында социаль объекттар төҙөү мотлаҡ дауам итәсәк, – тине Андрей Плутницкий.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры  Андрей Назаров, Туймазыла быға тиклем тупланған тәжрибәне ҡулландыҡ һәм ҡайһы бер технологик үҙенсәлектәрҙе  камиллаштырҙыҡ, тине.

–  Төҙөүселәр ҡышҡы осор булһа ла, эште ваҡытында тамамланы. Яңы үҙәкте беҙҙең белгестәр төҙөнө, эштә фәҡәт Башҡортосанда етештерелгән төҙөлөш материалдары  файҙаланылды. Рәсәйҙә был иң  шәп проекттарҙың береһе тип билдәләнде. Әлеге ваҡытта төбәктәрҙә ошондай ун үҙәк төҙөлгән йә төҙөлөү өҫтөндә, - тине Андрей Назаров.

Тантаналы өлөштән һуң Радий Хәбиров һәм  Андрей Плутницкий COVID-госпиталдең  палаталарын һәм  реанимация бүлектәрен ҡараны.

Яңы үҙәктә  тәүлек әйләнәһенә эшләгән 40 бокс,  10 реанимация  боксы эшләйсәк. 200 өҫтәмә койка ҡуйыу мөмкинлеге бар. Ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда госпиталь 230 пациентты ҡабул итә ала.

Үҙәктә медицина газдары менән  тәьмин итеү системаһы, кислород етештереү, ҡалдыҡтарҙы таҙартыу, автотранспортты дезинфекциялау  станциялары, вертолет майҙансығы бар. Шулай уҡ диагностикалау,  дезинфекциялау, экспресс-лаборатория, аптека, ультратауыш, функциональ  диагностика кабинеттары, эндоскопия кабинеты,  диспетчерҙар хеҙмәте эшләйәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры –  һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин  әйтеүенсә, дауаханала 248 кеше хеҙмәт итәсәк.

Госпиталдә  компьютер томографы ла буласаҡ. Ул коронавирус менән сирләүселәрҙе генә түгел, ә ҡала халҡында башҡа сирҙәрҙе диагностикалау өсөн дә тотоноласаҡ.  Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы  Зәбир Ғиздәтуллин әйтеүесә, пандемия бөткәс, был дауаханала  медицина ярҙамының киң спектры тәҡдим ителәсәк

Туймазы менән видеобәйләнешкә Сибай ҡалаһынан сыҡтылар. Ҡала хакимиәте башлығы  Рөстәм Афзалов  урындағы инфекциялы госпиталдә төҙөлөш эштәре тамаманыуын, әлеге ваҡытта коммуналь инфраструктура монтажы барыуын еткерҙе. Бында вертолёт майҙансығын  эшләп бөткәндәр, ҡаҙанлыҡты, трансформатор ярҙамсы станцияһын, кислород станцияһын, концентраторҙы  монтажлағандар. Госпиталь биләмәһен төҙөкләндереү бара. Эштәр март аҙағына тамамланырға тейеш.

Туймазыла йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылыу тантанаһы һуңында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары  Андрей Плутницкий төҙөүселәргә һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Фотолар: glavarb.ru

 

 

 

Туймазыла яңы үҙәк асылды
Туймазыла яңы үҙәк асылды
Туймазыла яңы үҙәк асылды
Туймазыла яңы үҙәк асылды
Туймазыла яңы үҙәк асылды
Туймазыла яңы үҙәк асылды
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: