Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Март 2022, 12:00

Оҙаҡ текәлеп ултырма...

”Ҡайһы саҡта мускулдар тығыҙланыуы, ҡан йөрөшө боҙолоуы ихтимал,” – ти табип.

Оҙаҡ текәлеп ултырма...
Оҙаҡ текәлеп ултырма...

Табип-остеопат, медицина фәндәре докторы  Владимир Фролов ултырып эшләүҙең сәләмәтлек өсөн ни өсөн зыянлы булыуы тураһында “Радио 1” тапшырыуында һөйләне. Белгестең әйтеүенсә, һүҙ бында зифа  һын тураһында ғына бармай, оҙаҡ ваҡыт компьютер экранына текәлеп, хәрәкәтләнмәйенсә эшләүен дауам иткән кешенең эмоциональ һәм психик көсөргәнеш кисереүе хаҡында бара.

- Өҙлөкһөҙ рәүештә урындан тормай эшләү мускулдарҙың айырым төркөмөндә ҙур көсөргәнеш тыуҙыра, – тип иҫәпләй доктор. – Кеше  ҙур күләмдә мәғлүмәттәр, хәл ителмәгән мәсьәләләр  менән осраша, ваҡыт ҡыҫынҡылығы хәлде киҫкенләштерә. 

Табиптың раҫлауынса, быларҙың барыһы ла көсөргәнешле эмоциональ торошҡа килтерә  һәм йомшаҡ туҡымаларға йоғонто яһай. Хатта был хәлдең невротик тайпылыштарға юлыҡтырыуы ихтимал. Тәндең ауыртыныуы, депрессия күҙәтелеүе, мускулдарҙа, тоташтырғыс туҡымала  үҙгәрештәр барлыҡҡа килеүе ихтимал. ”Ҡайһы саҡта мускулдар тығыҙлана, ҡан йөрөшө боҙола,” – ти табип.

 Бындай проблемаларҙы булдырмау өсөн еңелсә гимнастика яһау, буш ваҡытта спорт менән шөғөлләнеү, йөҙөү, скандинавтарса йөрөү  бик файҙалы, тигән кәңәш бирә табип-остеопат.

 

Фото:Smartik.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: