Дөрөҫ яһалған шифалы эсемлек йоҡоно яйға һалырға, дөйөм хәлде яҡшыртырға, холестеринды кәметергә булышлыҡ итә. Шулай уҡ бит тиреһе сафлана, артыҡ тоҙҙар сыға.
1. Төнгөлөккә ярты литр таҙа һыуға бер ҡалаҡ кәбәкле һоло һалып ултыртабыҙ. Ҡан баҫымы юғары булған кешеләргә бер ҡалаҡ арпа ярмаһы өҫтәргә лә мөмкин. Иртән уны әлеге һыуында өҫтөн япмайынса шәп утта ике минут ҡайнатабыҙ. Шунан утты кәметеп, кәстрүл ҡапҡасын ябып, тағы биш минут тотабыҙ. Плитәнән алғас, өҫтөн таҫтамал менән ҡаплап, 10 минут төнәтәбеҙ. Әҙер булған төнәтмәне һөҙөп алып, көнө буйы һәр ашау алдынан эсергә кәрәк.
2. Бер стакан һолоно дуршлагта йыуырға ла бер литр ҡайнар һыу һалынған термоста төнәтергә. Уны ла һөҙөп алып, ашарҙан алда эсергә кәңәш ителә. Был төнәтмә тиҙ әсей, шуға күп эшләмәҫкә кәрәк.
Сәләмәт булайыҡ!
Фото:konnichiwa.ru