Башҡортостанда коронавирус ныҡлап сигенә башланы. Һуңғы аҙнала COVID-19 менән сирләү 25 процентҡа кәмегән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
Уның белдереүенсә, һуңғы тәүлектә 1700 зарарланыу осрағы теркәлгән. Дөйөм алғанда, был диагноз 262323 кешегә ҡуйылған. Өйҙәрендә 28927 пациент дауалана, 190 кеше дауаханала ята, 28 кешенең хәле ауыр, улар реанимацияла. Коронавирус менән сирләгәндәр өсөн 1500 урын бар, уларҙың 59 проценты биләнгән.
Башҡортостанда коронавирустан вакцинация дауам итә. Уның беренсе компонентын 2490986 кеше яһатҡан. Был йәһәттән план 100-ҙән ашыу процентҡа үтәлгән. Тулыһынса процедураны 2355326 кеше йәки 95 процент тамамлаған. Үҫмерҙәр 2499 доза “Спутник М” прививкаһын яһатҡан.
Фото: mariin.ru