Иртәгәнән, 15 марттан, алып Мәскәүҙә битлек режимы ғәмәлдән сығарыла. Быны ҡала властары эпидемиологик хәлдең тотороҡлоланыуына бәйле эшләй.
Ойошма-предприятиеларҙа ла коронавирусҡа ҡаршы саралар ғәмәлдән сыға: тән температураһын даими үлсәү, эш урындарында айырым сиктәр ҡуйыу һәм башҡалар.
Мәскәү мэры Сергей Собянин белдереүенсә, ҡағиҙәләрҙең былай йомшартылыуы санкциялар баҫымы шарттарында бизнестың эшен еңеләйтеүгә лә йүнәлтелгән.
Республикабыҙҙа ла шулай булырмы? Был йәһәттән "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак аңлатма бирҙе.
"Беҙҙә коронавирус менән сирләү осраҡтары кәмей. Үткән аҙнала 25 процентҡа аҙайҙы. Шул уҡ ваҡытта ковид менән яңынан сирләү ҙә юҡ түгел. Һуңғы тәүлектә 1702 осраҡ теркәлде. Был - юғары күрһәткес, тимәк, эпидемиологик сараларҙы йомшартыу тураһында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк. Ковидҡа ҡаршы саралар буйынса ҡарарҙар Башҡортостан Башлығы үткәргән оператив штаб ултырыштарында ҡабул ителә", - тине ул.
Фото: 9111.ru