Стресс башҡорт телендә “эске көсөргәнеш” тигән төшөнсәне аңлата. Кем генә көсөргәнеш кисермәгән дә, кем генә унан сығыу юлын эҙләмәгән! Күптәр шул арҡала һаулығын, кешеләргә ышанысын, тормош йәмен юғалта. Стрестар – беҙҙең тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө, тимәк, уны ҡабул итә белергә кәрәк. Ул –тышҡы ҡуҙғытҡыстарҙан организмыбыҙҙың һаҡланыу реакцияһы.
Табиптар стрестарҙың организмға яҡшы йоғонто яһауын да билдәләй, тик ул самаһыҙ артыҡ булырға тейеш түгел. Мәҫәлән, һыу буйында ҡомда ҡыҙыныу, ярты сәғәт тирәһе ҡояш нурҙарына ҡойоноу тән тиреһе өсөн стресс булыуы, һөҙөмтәлә тәндең ҡарайыуы билдәле. Әгәр ҙә кеше ҡояш аҫтында бер нисә сәғәт ятып, тиреһен яндырһа, был инде - зарарлы стресс.
Эске көсөргәнеш кешенең иғтибарын, хәүефләнеүен арттыра. Ҡурҡыныс килгәндә баш мейеһе әүҙем эшкә тотона, ул ауыр хәлдән сығыу юлдарын эҙләй. Ҡыҫҡаһы, стресс кешене ҡурсалай. Әгәр ҙә эске көсөргәнеш саманан тыш икән, быныһы сәләмәтлек өсөн үтә насар, был саҡта уны контролләргә йәки ваҡиғаның әһәмиәтен кәметергә тырышырға кәрәк, ти психологтар.
Әммә контролләп булмай торған хәл-әхүәлдәр ҙә була, мәҫәлән, ер тетрәүе йәки янғын сығыуы. Кешеләр шунда уҡ стресс кисерә, ығы-зығы, ҡурҡыу, сыуалыш башлана, контролләү юғала. Бының сәләмәтлеккә ҙур зарар килтереүе мөмкин.
Ҡайһы саҡта тормоштағы ауыр хәл, стресс кисереү үҙ юлыңды табырға, яҙмышыңды яҡшы яҡҡа үҙгәртергә лә ярҙам итә. Бындай осраҡтар тирә-яғыбыҙҙа етерлек. Мәҫәлән, ата-әсәһе ҡуйынынан сығып, сит ҡалаға уҡырға киткән үҫмер аҡсаһыҙлыҡтан, яңғыҙлыҡтан ҙур стресс кисерә. Әммә ул үҙендә көс табып, тырышып-тырмашып уҡый, төрлө юлдар менән аҡса таба, үҙаллылыҡҡа өлгәшә. Стресс – организмдың тышҡы ҡуҙғытҡыстарға ыңғай реакцияһы. Уны ҡабул итә һәм еңә белергә өйрәнергә кәрәк, бының өсөн стресты контролләү – иң мөһиме.
Эйе, хәҙер боронғо замандарҙағы кеүек тереклек итеү өсөн аҙыҡ эҙләргә кәрәкмәй. Әммә хәстәрлектәр һис кәмемәй, беҙ бөгөн лайыҡлы эш хаҡы, карьера, сәйәсәт, иҡтисад, енәйәтселек, эшһеҙлек, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу һәм башҡа иҫәп-хисапһыҙ мәсьәләләр эсендә йөҙәбеҙ. Тирә-яғыбыҙҙа көндәлек проблемалар ҙа етерлек: ғаиләләге аңлашылмаусанлыҡ, эштәге ҡытыршылыҡтар, имтихан, ауырыуҙар һәм башҡа хәл ителмәҫтәй тойолған эреле-ваҡлы күңелһеҙлектәр кешенең физик һәм психологик торошона кире йоғонто яһай. Нисек кенә ауыр булмаһын, стрестан сығыу юлы бар, тип иҫәпләй белгестәр һәм үҙенсәлекле сифатты — стресҡа ҡаршылыҡты тотороҡлоҡто үҫтереү менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. Тәү тапҡыр был мәсьәләне Канада эндокринологы Ганс Селье өйрәнә башлай һәм ул стресс теорияһын барлыҡҡа килтерә. Ғалимдың иҫәпләүенсә, организм хәүеф, ҡурҡыу, ауыртыу, һыуыҡ, физик көсөргәнеш, эмоциональ тетрәнеү кисергәндә уның һаҡлау механизмдары әүҙемләшә. Был үҙеңде яҡлау реакцияһы ғына түгел, ә бер типтағы физиологик процес та. Тап ошо мәлдә организм ресурстары тулыһынса мобилизациялана, көтөлмәгән хәл-ваҡиғаға ҡаршы торорға яраҡлаша. Уға кеше организмы көсөргәнеш аҫтында ифрат ҙур күләмдә энергия һәм көс сарыф итә. Стрестың үҙенсәлектәрен өйрәнгән ғалим ошондай гипотезаны яҡлап сығыш яһай: кеше организмы ғүмере буйына кисергән дөйөм стрестар ауырлығы тәьҫиренән ҡартая. Һәр кисереш организмдың химик балансында төҙәтеп булмай торған үҙгәрештәргә килтерә һәм был механизмдар күҙәнәктәрҙең ҡартайыу процесын эшкә ебәрә, бөтә системаларға һәм баш мейеһенә кире йоғонто яһай. Ғалимдың теорияһын тәрән өйрәнеү беҙҙең маҡсат түгел, уның ниндәй һығымтаға килеүен генә телгә алмаҡсыбыҙ. Кеше һау-сәләмәт булырға, оҙаҡ йәшәргә теләһә, ул мотлаҡ стресты иҫкәртергә өйрәнергә тейеш.
Уны сир булараҡ та ҡарарға мөмкин, ә теләгән бер сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк. Шул сәбәпле ваҡытында кире тойғоларҙан ҡотолоу, психологик һәм физик талсығыуҙан арыныу кәрәк. Тәьҫирле иҫкәртеү ысулдары бер нисә.
Организм функциялары яҡшы эшләһен өсөн кеше ваҡытында ял итергә тейеш. Эштәрегеҙ быуа быуырлыҡ булһа ла, ял итеү өсөн ваҡыт табығыҙ. Беҙ бында физик ялды ғына күҙ уңында тотмайбыҙ, кешегә психологик ял да бик ныҡ әһәмиәтле. Уның алымдары етерлек: саф һауала йөрөү, китап уҡыу, һәйбәт, күңелгә ятҡан кинофильм ҡарау, дуҫ-иш менән осрашыу, ижад менән шөғөлләнеү һәм башҡалар. Һәр шөғөл кәйефегеҙҙе күтәрһен, күңелһеҙлектәрҙән аралаһын.
Сәләмәт йоҡо – һаулыҡ нигеҙе. Йоҡоһо туйған кеше стрестарға бирешеп бармай, тотороҡлолоғо көслө. Һәр ваҡыт яҡшы формала булыу өсөн тәүлегенә 7-8 сәғәт йоҡларға кәрәк. Бүлмәгеҙ елләтелгән булһын.
Дөрөҫ туҡланыу бөтәбеҙ өсөн дә мөһим. Белеүебеҙсә, стресс организм эшмәкәрлегендә өҙөклөктәр тыуҙыра, шуға күрә уның тейешле витаминдар, микроэлементтар алыуы мотлаҡ. Бынан тыш, дөрөҫ туҡланыу сыҙамлыҡты, физик көстө арттыра, иммунитетты күтәрә. Тимәк, стресҡа тотороҡлолоҡ та бер нисә тапҡырға арта тигән һүҙ.
Спорт һәм физик хеҙмәт – стресты иҫкәртеүҙә бына тигән сара, улар иҫәбенә организм артыҡ энергиянан ҡотола. Һәр кем үҙенең мөмкинлектәренә тап килгән, күңеленә ятышлы шөғөлдәр тапһын. Даими массаж сеанстары организмға яҡшы тәьҫир итә, көсөргәнеште һәм арыуҙы бөтөрә. Ғәмәлдә массажды стресҡа ҡаршы ысын терапия тип ҡарарға кәрәк. Профессиональ оҫталарға барыу ҙа мотлаҡ түгел, еңелсә массажды яҡындарығыҙ ҙа өйҙә яһай ала.
Һыу – тормош сығанағы ғына түгел, ә организмға яҡшы йоғонто яһаусы, психик һәм эмоциональ көсөргәнештән арындырыусы сара ла. Бассейнда йөҙөү, мунса инеү, йәй һыу ятҡылыҡтарында ҡойоноу һеҙҙең хәүефләнеүҙәрегеҙҙе, хафалы уйҙарығыҙҙы, икеләнеүҙәрегеҙҙе, арыу-талсығыуығыҙҙы “йыуып” төшөрөр. Ошо әйтелгән ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырһағыҙ, стресс хәүефен бер нисә тапҡырға кәметтегеҙ, физик һәм психологик яҡтан сыҙамлыраҡ булдығыҙ тигән һүҙ.
Ғөмүмән, уңышһыҙлыҡтарға һәм проблемаларға мөнәсәбәтегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Гел генә кире тойғолар солғанышында ултырмағыҙ, ауырлыҡтарҙы бер нисә өлөшкә бүлегеҙ, шул саҡта уларҙы хәл итеү еңелләшәсәк, тип иҫәпләй белгестәр. Алдығыҙға көс еткеһеҙ күп бурыстар ҡуйыуҙан ҡотолоғоҙ, әллә күпме эште бер юлы күтәрергә тырышмағыҙ.
Уй-фекерҙәрегеҙҙе яҡшылыҡҡа, ыңғай мәлдәргә йүнәлтегеҙ. Юмор, йылмайыу, үҙегеҙҙең кәмселектәрегеҙҙән көлә белеү һеҙҙе көслөрәк, тормошоғоҙҙо еңеллерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итер. Сәйәхәткә, тәбиғәт ҡосағына сығығыҙ, күрше район-ҡалалар менән танышығыҙ, яңы хис-тойғо, кисерештәр, тәжрибә туплау – барыһы ла һеҙҙең файҙаға.
Тағы бер кәңәш: гел генә зарланған, уфтанған, кире тойғолар ғына уятҡан, бер ниҙән дә ҡәнәғәт булмаған кешеләр менән аралашмағыҙ, энергияғыҙҙы һаҡлағыҙ, бушҡа әрәм-шәрәм итмәгеҙ.
Фото: Hugglies.ru