Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Март 2022, 17:15

Диспансерлаштырыуға килегеҙ!

Быйыл медицина тикшереүен 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36 һәм 39 йәшлектәр үтергә тейеш.     

Диспансерлаштырыуға килегеҙ!
Диспансерлаштырыуға килегеҙ!

Яңы коронавирус инфекцияһының таралыуы һәм эпидемиологик хәлдең ҡатмарланыуы һөҙөмтәһендә халыҡты диспансерлаштырыу туҡтатылып торғайны. Хәҙер был эш яңынан тергеҙелде.

Диспансер күҙәтеүе 18 йәштән 39 йәшкә тиклемгеләр өсөн - өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәнерәктәр өсөн  йыл һайын уҙғарыла. Сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк икәнен һәр кем белә. Өҫтәүенә диспансерлаштырыу бушлай үткәрелә.

Тәүге этапта сир асыҡланған осраҡта терапевт пациентты ентекле тикшеренеү өсөн яңынан тейешле белгестәргә ебәрә. Һуңғы ваҡытта, табиптарҙың әйтеүенсә, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары артҡан. Шәкәр диабетына юлығыусы ауырыуҙар дауаханаға йыш мөрәжәғәт итә.  Ковид кисереүселәр ҙә комплекслы медицина тикшереүе үтә ала. Бының өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре”  порталы аша, 122 телефоны буйынса йәки үҙегеҙ беркетелгән поликлиникаға шылтыратып яҙылырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 21 февраленән, санитария-эпидемиологик талаптарҙы иҫәпкә алып, иҫкәртеү медицина тикшереүҙәрен һәм өлкәндәрҙең айырым төркөмдәрен диспансерлаштырыу ғәмәле тергеҙелде. Шәмбе көндә лә тикшереү үтергә мөмкин. Беренсе этап һөҙөмтәһенә ҡарап, табип пациентты икенсе этапҡа ебәреүҙе хәл итә.

Бынан тыш, дауаханаларҙа көндөҙгө стационарҙар һәм поликлиникалар эш башлаясаҡ. Быйыл диспансерлаштырыуҙы 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36 һәм 39 йәшлектәр үтергә тейеш.   

Фото: vedtver.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: