Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Март 2022, 21:30

Ҡытайҙа тағы ла коронавирус ҡотора

Яңы штамм омикронға ҡарағанда ла зыянлыраҡ, тип иҫкәртәләр.

Ҡытайҙа тағы ла коронавирус ҡотора
Ҡытайҙа тағы ла коронавирус ҡотора

Үҙәк матбуғат сараларынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡытайҙа коронавирустың яңы тулҡыны башланған. Стелс-омикронды йоҡторғандар күпкә артҡан – 15 мартҡа ҡарата 5370 кеше.

Был юлы пандемия Ҡытайҙың 27 провинцияһында күҙәтелә. Эксперттар яңы штамм омикронға ҡарағанда ла зыянлыраҡ тип иҫкәртә.

Ҡытай етәкселеге Шэньчжэнь ҡалаһын “япҡан”, шулай уҡ Пекинда, Шанхайҙа һәм башҡа ҡалаларҙа һаҡланыу өсөн көслө сикләү саралары күрелә.

Ҡытайҙа коронавирус март башында ҡотороп киткән. Ковид йоҡторғандарҙың күбеһендә ВА.2 штаммын асыҡлайҙар, икенсе төрлө әйткәндә, стелс-омикронды. Алда әйтелгәнсә, ул омикрондан да йоғошлораҡ булып сыҡҡан.

Асыҡланыуынса, стелс-омикрон башҡа илдәрҙә лә күҙәтелә, әммә уларҙа һаҡланыу сараларын күрергә ашыҡмайҙар.      

Фото: newtimes.kz

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: