Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Март 2022, 19:00

Битлек кейеү талап ителмәй

Илдәге авиакомпанияларҙың береһендә рейстарҙа битлек режимынан баш тартҡандар.

Битлек кейеү талап ителмәй
Битлек кейеү талап ителмәй

17 марттан Utair рейстарында пассажирҙарға медицина битлеге кейеү мотлаҡ түгел. Был хаҡта компанияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

“Эпидемиологик хәлдең тотороҡланыуы сәбәпле, ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙән баш тартыуҙың һуңғы этабына барып еттек һәм бөгөндән авиакомпания рейстарында битлек режимынан баш тартабыҙ. Пассажирҙар үҙҙәренең хәүефһеҙлеге өсөн теләге буйынса битлекте кейә ала”, - тип белдергән “Utair – Пассажирҙар авиалиниялары” президенты Олег Семенов.

Әгәр бортта юғары тән температураһы һәм йоғошло сир билдәләре булған кеше осоп барған осраҡта иһә экипаж пассажирҙарҙан медицина битлеген кейеүҙе һорауы ихтимал. Шулай уҡ пассажирҙарға үҙҙәре осасаҡ йәки төшәсәк аэропорттарҙа ковидҡа ҡаршы ҡаралған талаптарҙы аныҡлауҙы кәңәш итәләр.

Фото: hotgeo.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: