Сит ил ғалимдарының төрлө йәш төркөмдәрендә үткәрелгән тикшереүҙәренә ярашлы, ҡайһы бер кешеләрҙең ни өсөн башҡаларға ҡарағанда иртәрәк ҡартайыуы асыҡланған. Был тикшереү хаҡында Daily Express баҫмаһы яҙа.
Тикшереүҙә төрлө йәш вәкилдәре ҡатнашҡан. Һөҙөмтәнән күренеүенсә, өсөнсө ҡан төркөмөнә эйә булған кешеләрҙә ҡартайыу билдәләре, беренсе, икенсе һәм дүртенсе ҡан төркөмөнә эйә булғандар менән сағыштырғанда, һуңыраҡ күренә башлай. Тимәк, улар йәшлек матурлығын оҙағыраҡ һаҡлай. Организмдың бындай үҙенсәлеге был кешеләрҙең баш мейеһендәге күҙәнәктәрҙең ҡанға күсеү мөмкинлеге һәм һөҙөмтәлә ҡан сифатын яҡшыртыуына бәйле, тип иҫәпләй белгестәр.
Эксперттар әйтеүенсә, шул уҡ ваҡытта өсөнсө ҡан төркөмөнә эйә булған кешеләрҙең башҡаларға ҡарағанда оҙон ғүмерлерәк булыуы раҫланмаған. Һөҙөмтәлә беренсе ҡан төркөмөнә эйә булғандарҙың башҡаларға ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәүе асыҡланған. Улар араһында оҙон ғүмерлеләр күберәк булһа ла, организмдарының тиҙерәк ҡартайыуы билдәле.
Динә АРЫҪЛАНОВА