Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Март 2022, 11:33

Дарыуҙарың алыҫ торһон

Doktorzabota. com
Фото:Doktorzabota. com

Организмды тәьҫирле таҙартыу ысулдары күп төрлө. Шуларҙың араһында тәбиғи аҙыҡтар ҙа етерлек. Мәҫәлән, ҡыҙыл сөгөлдөр сәләмәтлек өсөн бик файҙалы, составында тимер, кальций күп.

Уға үҙенсәлекле төҫ биргән бетаин антиоксиданты организмдың төп фильтры булған бауырҙы тергеҙеүҙә ҙур ярҙамсы. Тап ошо ағза организмды токсиндар тәьҫи­ренән һаҡлай.

 Сөгөлдөрҙө ҡабығы менән һыуҙа йәки быуҙа бешерергә кәрәк, шул саҡта ғына ул файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлаясаҡ. Аҙ ғына май һалынған табала ҡыҙҙырып алһағыҙ, ит янына бына тигән гарнир буласаҡ.

Һуған менән һарымһаҡта бик ҡеүәтле антиоксидант булған флавоноидтар тупланған. Улар бауырға токсиндарҙы организмдан сыға­рырға ярҙам итә. Был йәшелсәнең паразиттарға һәм бактерияларға ҡаршы тороусанлығы ла билдәле.

Йәшел тәмләткестәр ашҡаҙан-эсәк юлын бик яҡшы таҙарта, ти белгестәр, сөнки унда зарарлы матдәләрҙе һәм ирекле радикал­дарҙы нейтралләштереүсе, ауыр металдарҙан ҡотолдороусы хлорофилл бар. Ҡыш йәшел тәмләт­кестәр айырыуса файҙалы.

Лимон һәм әфлисун аш һеңде­реүҙе яҡшыртырға ярҙам итә. Барыһы ла – уларҙағы антиоксиданттар һәм аскорбин кислота­һының күп булыуы иҫәбенә. Бынан тыш, файҙалы матдәләр эсәклекте таҙартыусы һәм токсиндарҙы сы­ғарыусы ферменттар етештереүҙә ҡатнаша. Йоҡонан тороу менән иртәне лимон һәм бал һалынған йылы һыу эсеүҙән башлағыҙ. Ас ҡарынға бындай эсемлекте эсеү менән эсәклек торошон яҡшырта­саҡһығыҙ.

Йәшел сәй бауырға зарарлы матдәләрҙе сығарырға, ҡанды за­рарһыҙландырырға булыша. Өҫ­тәүенә унда ирекле радикал­дарға ҡаршы көрәштә ярҙам итеүсе антиоксиданттар күп. Был йәһәттән, йәғни антиоксиданттар һаны яғы­нан, йәшел сәй лидер булып тора. Эсәклек эшмәкәрлеген яйлаған, организмды токсиндарҙан таҙарт­ҡан һәм эс ташыуын бөтөргән тағы бер аҙыҡ – имбирҙе лә телгә алғы килә. Уны уҡшытҡанда, эстә газ йыйылғанда ҡулланалар. Имбирҙән тәмле блюдолар һәм эсемлектәр әҙерләргә мөмкин.

“Ошондай кәңәшебеҙ менән дә уртаҡлашабыҙ: организмды та­ҙартыуҙың иң тәьҫирле ысулы – бер-ике көн эшкәртелмәгән аҙыҡ менән туҡланыу. Был осорҙа кишер, ҡыяр һәм башҡа файҙалы йәшелсә ашарға, йәшелсә һуттары эсергә тәҡдим итәбеҙ”, – ти диетологтар.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: