Сәләмәт булайыҡ
18 Март 2022, 06:29

Өс кенә аҙымдың ғүмерҙе һаҡлауы мөмкин...

fb.rufb.ru
Фото:fb.ru

Ғәли ағай бына нисәмә йыл инде ваҡытында ҡатынына ярҙам ҡулы һуҙып, уны ҡотҡара алмағанына үкенеп йәшәй. “Әгәр белгән булһам сирҙе асыҡлауҙағы ошо өс кенә аҙымды...” – тип үртәлә ул. Баҡсала ял иткәндә хәлһеҙләнеп йығылған ҡатын “Ашығыс ярҙам” саҡыртыуҙан баш тарта, “хәҙер үтә ул” тип барыһын да йыуата.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙаҡ инде һуң була, табиптар ярҙам итә алмай. Белгестәрҙең әйтеүенсә, ауы­рыуҙы тәүге бер-ике сәғәт эсендә дауаханаға килтереп еткергәндә, ғүмерен һаҡларға, сир эҙемтәлә­ренән тулыһынса ҡотол­дорорға мөмкин булыр ине. Бының өсөн инсультты танып белергә кәрәк!

Инсульт – бик хәүефле, мәкерле сир. Хәҙер ул йәштәрҙе лә аямай, көтмәгәндә кешене аяҡтан йығыуы, ғүмерлеккә инвалид итеүе мөмкин. Ошо ябай ғына сир билдәләрен ваҡытында танырға өйрәнеү ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға ярҙам итәсәк. Ғәли ағай уларҙы хәҙер яҡшы белә, таныштарына, балаларына, хатта ят кешеләргә лә был хаҡта әйткеләй, аңлата.

Сир билдәләрен шунда уҡ таныуы, диагноз ҡуйыуы ауыр, әлбиттә. Табиптарҙың раҫлауынса, шулай ҙа ауырыуға өс кенә һорау биреп, был хәлдең инсультҡа бәйле булыуын асыҡларға мөмкин. Өс алымды иҫтә ҡалдырыр өсөн “Йылмай – һөйләш – ҡулдарыңды күтәр” тип атайыҡ.

Ауырыуҙың йылмайыуын үтенергә кәрәк. Инсульт булғанда, йылмайыу ҡыйыш килеп сыға, биттең бер яҡ битендәге мускулдар тыңлашмай.

Ябай ғына һорау бирегеҙ. Кеше был мәлдә хатта үҙенең исемен дә асыҡ ҡына әйтә алмауы ихтимал.

Бер юлы ике ҡулын да күтә­ре­үен һорағыҙ. Ҡағиҙә булараҡ, был эш ауырыуҙың хәленән кил­мәй, сөнки тәндең бер яҡ өлөшө насар тыңлаша. Бынан тыш, кешенең ҡа­пыл хәлһеҙләнеүе, күҙ алды ҡараңғыланыуы, күреү һәләтенең насарланыуы, кинәт баш ауыртыуы, уҡшытыуы, йүнәлеште һәм то­тороҡлоҡто, аңды юғалтыуы мөм­кин. Бындай саҡта “Ашығыс ярҙам” саҡыртыу мотлаҡ, ни тиклем тиҙерәк, шунса яҡшыраҡ.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас