Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Март 2022, 11:32

Төҫтәр ҙә кәйефкә йоғонто яһай

Gorlovka-tv.ru
Фото:Gorlovka-tv.ru

Бөтәбеҙҙең дә кәйефе, сәләмәтлеге, эшкә һәләте ниндәй йортта йәшәүебеҙгә, бүлмәне нисек йыһазландырыуға, уның уңайлылығына бәйләнгән. Хатта интерьерҙың ниндәй төҫтә булыуынан, буяуҙарҙың урынлы-урынһыҙ ҡулланылыуынан күп нәмә тора, ти белгестәр.

Ҡайһы төҫтәр беҙгә ыңғай тәьҫир итә, күңелде күтәрә, көс өҫтәй? Һәр береһен күҙ уңынан үткәрәйек. Иң сағыу ҡыҙыл төҫтән башлайыҡ.

Ҡыҙыл төҫ нервы систе­маһын ҡуҙғыта, организмдың бөтә системаларының эшен тиҙләтә, йөрәк тибешен һәм тын алыуҙы йышайта. Был төҫ кешене арытып-талсыҡ­ты­рырға ла мөмкин. Эш кабинетында һәм ҡунаҡ залында ҡыҙыл төҫтөң өҫтөнлөк алыуы ҡулайлы. Хатта ҡайһы бер осраҡтарҙа ул йоҡо бүлмәһе өсөн дә барасаҡ.

Ҡыҙғылт-һары йәки әф­ли­сун төҫө бүлмәгә зауыҡ, йы­лылыҡ өҫтәй. Ул кешегә энергия бирә, кәйефте күтәрә. Айырыуса ҡунаҡ бүлмәһен, кухня һәм ваннаны йәмләйәсәк.

Зәңгәр төҫ бинаны сафландырып ебәрә, гармония той­ғоһо уята. Бер ни тиклем эшкә һәләтлекте юғалтыуға тәьҫир итеүе ихтимал. Йоҡо һәм ванна бүлмәһенә был төҫ бик килешәсәк. Малайҙарҙың йоҡо бүлмәһе өсөн дә бара.

Һары төҫ кешенең күреү рецепторҙарына яҡшы йоғонто яһай. Иғтибарҙы үҙенә тарта, энергия бирә, дәрт өҫтәй. Эш бүлмәһендә лә, кухняла ла, ҡунаҡ бүлмәһендә лә ул ҡулайлы буласаҡ.

Йәшел төҫ көсөргәнеште йомшарта, тынысландыра. Бындай төҫ хакимлыҡ иткән бүлмәлә рәхәтлек тояһың. Сағыу-йәшел төҫ – кухня, һа­ры-йәшел төҫ – йоҡо, ә йәшел-зәңгәр (фәйрүзә) төҫ балалар бүлмәһе өсөн бик яҡшы.

Алһыу төҫ – нәзәкәтлек бил­дәһе. Шатлыҡ тойғоһо уята. Тап ҡыҙҙар бүлмәһе өсөн тиерһең. Ҡунаҡ бүлмәһенә сағыу ал төҫ килешәсәк.

Шәмәхә йәки көрән-күк төҫ бик үҙенсәлекле, нервы систе­маһы тарафынан ауыр ҡабул ителә. Йәшел төҫ менән яраштырырға мөмкин. Ал яҡ бүлмә өсөн ҡулайлы.

Ҡара төҫ психикаға ауыр тәьҫир итә, төшөнкөлөк хисе тыуҙыра. Әммә башҡа төҫтәр менән яраштырғанда, йорт хужаһына ҡупшылыҡ, нәзәкәт­лек хас булыуын, стиле бар­лығын тойомларға була. Баш­ҡа төҫтәр менән дөрөҫ яраҡ­лаш­тырғанда, ҡунаҡ бүлмәһе, ал яҡ, эш кабинеты бик зауыҡлы ҡарала.

Аҡ төҫ һәр саҡ яҡшы кәйеф тыуҙыра, ыңғай энергияға байыта. Ул еңеллек һәм таҙа­лыҡты кәүҙәләндерә. Башҡа төҫтәр менән яраҡлаштырып, бөтә биналарҙа ла ҡулланырға була. Аҡ төҫтәге бүлмәләр киңерәк тә, иркенерәк тә күренә.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: