Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Март 2022, 12:00

Ҡара Яҡуп халҡына - аҡ теләктәр!

Республикала быйыл тағы 44 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә.

Ҡара Яҡуп халҡына - аҡ теләктәр!
Ҡара Яҡуп халҡына - аҡ теләктәр!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылындағы яңы ФАП тураһында яҙҙы.

“Ошо яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының хужабикәһе – Алһыу Нәзим ҡыҙы Ҡәләмова. Бына 29 йыл инде ул өс ауыл – Ҡара Яҡуп, Бабик, Яңы Абдулла халҡының һаулығын һаҡлай.

Элегерәк Алһыу Нәзим ҡыҙы кешеләрҙе ҡулайлаштырып эшләнгән иҫке һыуыҡ бинала ҡабул итә торғайны. Фельдшер үҙе һыу ташырға мәжбүр ине. Яңы ФАП-ҡа бөтә коммуникациялар үткәрелгән, унда процедуралар, ҡаралыу бүлмәләре, көтөү залы, медицина ҡорамалдары бар.

Модулде 2021 йылдың декабрендә һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы ҡуйҙылар. Әле ФАП лицензия алырға йөрөй, уны майға асырбыҙ. Башҡортостанда былтыр йәмғеһе 73 модулле һәм һигеҙ капиталь ФАП сафҡа индерелде. 2022 йылда йәнә 44 модулле ФАП төҙөйбөҙ.

Киләсәктә республикалағы ФАП-тарҙы электр кардиографтары менән йыһазландырырға ниәтләйбеҙ. Улар ЭКГ мәғлүмәттәрен туранан-тура Республика кардиология үҙәгенә тапшырасаҡ. Был диагностикаға ваҡытты экономияларға мөмкинлек бирәсәк, ә пациенттар медицина ярҙамын ваҡытында аласаҡ”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/wall413272232_772633

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_772633

 

Ҡара Яҡуп халҡына - аҡ теләктәр!
Ҡара Яҡуп халҡына - аҡ теләктәр!
Ҡара Яҡуп халҡына - аҡ теләктәр!
Ҡара Яҡуп халҡына - аҡ теләктәр!
Ҡара Яҡуп халҡына - аҡ теләктәр!
Ҡара Яҡуп халҡына - аҡ теләктәр!
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: