Рәсәй төбәктәренән Донецк дауаханаларына һәм госпиталдәренә эшкә килгән һигеҙ хирург араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Ирекмән табиптарҙың барыһы ла отпуск мәлендә яралыларға бушлай ярҙам итеү өсөн эшкә килгән.
Шуларҙың береһе Теймураз Иҙрисов Калинин исемендәге дауаханала операциялар яһай, яраларҙы бәйләй, тәүге медицина ярҙамын күрһәтә. Ул ошо ваҡыт эсендә нисә кешене ҡабул иткәнен, күпме операция яһағанын иҫәпләмәгән, ”ҡайһы бер көндә унлаған кешене ҡабул иткән булды,” ти ул.
Табиптарҙың ни өсөн ялдары ваҡытында Донбасҡа ярҙам итергә килеүе менән ҡыҙыҡһынабыҙ. “Яуап ябай – Донецк дауаханаларында эшләгән хеҙмәттәштәребеҙгә ярҙам иткем килде. Күптән инде барыһын да үҙ күҙҙәрем менән күргем, хәлде аңлағым килә ине. Икенсенән, Донецк табиптарына ярҙам кәрәклеген ишеткәс, йөрәк әрнеп китте, һис кисекмәҫтән барырға ҡарар иттем,” – ти Теймураз.
Егеттең яҡташы һәм хеҙмәттәше, хирург Руслан Гәрәев ярҙам күрһәтеүҙе үҙ бурысы тип иҫәпләй. ”Беҙ тыныс осорҙа башҡарған шул уҡ хеҙмәтте күрһәтәбеҙ. Алғы һыҙыҡта түгелбеҙ, беҙ юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн килдек,” – ти Руслан Гәрәев. Ул реанимациялағы яралыларҙы бәйләй. Табиптар Донецк урамдарындағы хәлде күреп аптырашта ҡалыуҙарын йәшермәй, аҡрынлап шартлауҙарға ла, яралыларҙың күплегенә лә өйрәнгән.
Улар хеҙмәттәштәре менән палаталарҙың береһендә йәшәй. Ирекмәндәрҙең әйтеүенсә, табиптарға ҡайһы саҡта медицина кәрәк-яраҡтары етешмәй, ошондай ҡатмарлы шарттарҙа ла Донецк табиптары көн һайын тиҫтәләгән, йөҙәрләгән ғүмерҙәрҙе ҡотҡара. Ваҡыт тығыҙлығына ҡарамай, Донецк халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин дауаханаларҙа алһыҙ-ялһыҙ эшләгән табиптарға рәхмәт белдерергә, күңелдәрен күтәрергә килде.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.