Һуңғы ваҡытта күптәр үлән сәйенә, йәғни төрлө шифалы үләндәрҙе йыйып киптереп, уларҙы сәй итеп эсергә күнекте. Шулай ҙа үлән сәйҙәрен файҙаланғанда үтә һаҡ булыу талап ителә. Файҙалы тип эсеп, зыянлы булыуы ла ихтимал. Икенсенән, үлән сәйҙәрен эсеүҙең дә үҙ тәртибе. Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ әле.
Үлән сәйҙәре метаболизмды яйға һалыу һәм организмды таҙартыу сифатына эйә. Шуға ла файҙаһы ҙур уның. Шулай уҡ тәме иҫ киткес, эсеп туйырлыҡ түгел, еҫтәре хуш еҫле!
Әгәр ҙә иртән уяна алмай, ә төнөн йоҡлай алмай интекһәгеҙ, кофе менән йоҡлата торған дарыу алдынан ошо үләндәрҙе ҡулланып ҡарарға кәңәш итәбеҙ.
Стевия менән мелиссанан сәй иртәнсәк организмды уятып, көс-ҡеүәт бирә. Иртән уяныу менән эҫе һыу эсеп ебәрһәгеҙ, шунан ошо тәмле генә сәйҙе эсһегеҙ бигерәк тә һөҙөмтәһе яҡшы булыр.
Ә йоҡо алдынан энәлек емештәре сәйе йәки ромашка сәйен эсеү йоҡоға китеүҙе яҡшырта.
Эҫе сәй менән һыуыҡ сәй төрлө эффект бирә. Мәҫәлән, ҡара ҡарағат япрағынан йәки шалфей үләненән сәй һыуыҡ көйөнсә һыуһынды "һә" тигәнсе баҫа, шул уҡ сәйҙәрҙе тән температураһы күтәрелеп янғанда эҫе көйөнсә эсһәң, тирләттереп, еңеләйтеп ебәрә. Бауырға бер ниндәй зыян килтермәй.
Иртәнсәк эсә торған үләндәр исемлегенә шулай уҡ ҡайын еләге япраҡтары, туҡранбаш япрағы һәм сәскәләре, лимонник һәм лаванданы индерергә мөмкин.
Көндөң икенсе яртыһында эселә торған үләндәр - боланут, һары мәтрүшкә, мөтлөк, ромашка, сейә япрағы. Был үләндәр тынысландырыу эффектына ла эйә.
Әлеге мәлдә һәм ҡара яҙҙа, организмға ҡояш, йылы, витаминдар етешмәгәндә ҡурай еләге, ежевика, кесерткән һәм кишер япраҡтарынан әҙерләнгән сәйҙәр һәм әлморон, миләш, барбарис, облепиха емештәренән ҡайнатылған һуттар бигерәк тә файҙалы. Еңел үҙләштерелә, шулай уҡ организмға - энергия, иммунитетҡа көс бирә.
Шулай ҙа үлән сәйҙәрен ҡулланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә лә онотмағыҙ. Кемгәлер мәтрүшкәле сәй оҡшауы мөмкин, ә икенселәрҙең ҡан баҫымын арттырыуы ихтимал. Һәр нәмәлә сама кәрәк икәнлеген дә иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
Әйткәндәй, һеҙ үлән сәйҙәрен нисек ҡулланаһығыҙ? Ҡара сәй менән бергә һалаһығыҙмы, һөт ҡояһығыҙмы? Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә үҙ кәңәштәрегеҙҙе яҙып үтегеҙ әле.
Фото:ru.dreamstime.com