Бәләнең аяҡ аҫтында ғына икәнен һәр кем белә. Аҙ ғына иғтибарһыҙлыҡ күрһәттеңме йәки һиҙгерлекте юғалттыңмы, көтөлмәгән хәл һине һағалап ҡына тора. Былтыр ноябрь айында Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһына беләгенә (ҡушар һөйәккә) пуля тейеп яраланған туғыҙ йәшлек малай килтерелә.
Был күңелһеҙ ваҡиға хаҡында һөйләгәйнек инде. Өсөнсө класс уҡыусыһы туғыҙ йәш тулыуын билдәләгән була. Мәғлүмәттәр буйынса, 39 йәшлек атаһы менән һунарға сығалар. Урман буйлап барғанда 12-се калибрлы мылтыҡ ботаҡҡа эләгә. Атай кеше уны ҡулынан ысҡындырмаҫҡа тырыша һәм яңылыш тәтеһенә баҫа. Пуля тейеп, улының һул яҡ ҡушар һөйәге яралана.
Баланы ашығыс рәүештә дауаханаға һалалар. Өфөнән Октябрьский ҡалаһына бер нисә тәжрибәле хирург килә. Ҡулды ампутациялау хәүефе көслө була. Шулай ҙа табиптар уны һаҡлап ҡалыу буйынса ҡатмарлы операция яһарға тәүәккәлләй.
Бөгөн һөйөнөслө хәбәр менән бүлешкебеҙ килә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, малай яраланған ҡулының бармаҡтарын ҡыбырҙата һәм ауыртыуҙы тоя башлаған.
Тимәк, ҡул “терелә”, һауыға тигән һүҙ. Тәүге медицина ярҙамын күрһәткән Октябрьский дауаханаһы белгестәренә, санитар авиация хеҙмәткәрҙәренә, Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Республика кардиология үҙәгенең юғары квалификациялы нейрохирургтарына, ҡан тамырҙары хирургына, ортопед-травматологҡа рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Ксения Калинина фотоһы.