Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Март 2022, 13:45

Сирләгәндәр көндән-көн кәмей

Һуңғы тәүлектә коронавирус диагнозы 790 кешегә ҡуйылған.

Сирләгәндәр көндән-көн кәмей
Сирләгәндәр көндән-көн кәмей

Башҡортостанда коронавирус менән сирләү осраҡтары тотороҡло кәмей. Был турала бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

Коронавирус пандемияһы башланыу менән әлеге сир диагнозы 270090 кешегә ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә инфекция 790 кешегә йоҡҡан. Министр белдереүенсә, һуңғы аҙнала сирләү кимәле 55 процентҡа кәмегән. Дөйөм ауырыған кешеләрҙең 91 проценты һауыҡҡан, был – 246560 пациент. Һуңғы тәүлектә генә 1231 кеше сирҙе еңгән.

– Әлеге ваҡытта 17926 кеше сир менән амбулатор шарттарҙа көрәшә. 132 кеше дауаханала ята. 27 пациенттың хәле ауыр, улар интенсив терапия бүлегендә, – тине Максим Забелин. – Дауаханаларҙа ковид-сирлеләр өсөн урындар һаны ла ҡыҫҡартыла. Әле 980 урын әҙерләнгән, уларҙың 65 проценты биләнгән, 343 урын буш тора.

Вакцинацияға килгәндә, уны республикала 2 миллион 376 мең кеше тамамлаған. 3840 үҫмер прививканың беренсе компонентын яһатҡан.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, планға ярашлы, 25 мартта Сибай ҡалаһында республикалағы дүртенсе ковид госпитале асыла. Федераль ҡунаҡтарҙың килеүенә бәйле, тантана ваҡыты үҙгәреүе ихтимал.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: