Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Март 2022, 11:00

Табанды таҙартыуы еп-еңел!

Йыш ҡына табандың тиреһе ҡатып, аяҡтар ямаҡай булып күренә. Ә нимә эшләргә һуң?

Табанды таҙартыуы еп-еңел!
Табанды таҙартыуы еп-еңел!

Аяҡ һыйырлыҡ һауытҡа 1,5 литр эҫерәк ( тик тире бешмәҫлек булһын) һыу ҡоябыҙ. Уға дүрт ҡалаҡ водород әсетмәһе өҫтәйбеҙ ҙә аяҡты шунда тығып ултырабыҙ. 10-15 минут тирәһе лә етә. Табан ныҡ насар хәлдә икән, оҙағыраҡ тоторға ла була.

Шул һыуҙа уҡ табанды пемза йә щетка менән таҙартырға мөмкин. Аҙағынан аяҡты яҡшылап киптереп, һеркә ҡатыштырылған глицеринды (дарыухананан алынған яртылаш глицерин һауытына тултырғансы уксус ҡойоп) һеңдереп һөртәбеҙ.

Был процедураны аҙнаһына бер эшләргә кәңәш ителә. Ә глицеринды көн дә һөрткәндә лә зыян булмаҫ. Ошондай ысулды ҡулланғанда, ыңғай һөҙөмтә тиҙ үк күренер.

Фото: Vplate.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: