Ҡайын бөрөһөн иртә яҙҙа - ағастарҙа һут әүҙемләшкән мәлдә (март урталарында, ҡайһы бер яҡтарҙа - аҙағында) - йыйырға кәрәк. Был ваҡытта бөрөләр ыҫмалалы һәм хуш еҫле, тик әле асылып етмәгән - тимәк, иң ҡулай мәл. Иртәрәк өҙгәндә лә файҙалы матдәләре әҙ буласаҡ, һуңға ҡалырға ла ярамай.
Үҙ ваҡытында йыйылған бөрөлә эфир майҙары, С витамины, каротин, алколоидтар, май кислоталары бар, микроэлементтар күп. Файҙалы үҙенсәлектәренән елһенеүгә ҡаршы тороусанлығын һәм бактерияларға ҡаршы көрәшеүҙә, шулай уҡ яраларҙы уңалтыуҙа һөҙөмтәлелеген атап китергә кәрәк. Ҡайын бөрөһөнән яһалған төнәтмәне сыйылған, ярылған, ҡырҡылған тирегә ябып дауалауҙы электән белгәндәр. Бынан тыш, бөрөләр ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яйға һалыуға булышлыҡ итә, бауыр, бәүел ҡыуығы сирҙәрендә, ревматизм, подагра булғанда һөҙөмтәле ярҙам итә. Составында флавоноидтар, эфир майҙары булғанлыҡтан, уны бәүел һәм үт ҡыуҙырыусы сара итеп тә файҙаланырға мөмкин.
Ҡайын бөрөһө төнәтмәһен шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә лә ҡулланырға кәңәш итәләр, ни өсөн тигәндә, ул был сиргә юлдаш хәлһеҙлекте, гиповитаминозды, ашҡаҙанды дауалаусы булараҡ билдәлелек алған.
Төнәтмә яһау өсөн бер балғалаҡ кипкән һәм ваҡланған бөрөнө бер стакан һыуҙа 30-40 минут ҡайнаталар. Аҙаҡ һөҙөп, көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашарҙан алда өсәр ҡалаҡ эсергә кәңәш ителә. Ғәҙәттә, ошо рәүешле ике-өс ай дауаланырға.
Һәр осраҡ буйынса ла табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Фото: fb.ru