Сәләмәт булайыҡ
23 Март 2022, 09:15

Баҫымға ҡарамай, тормош дауам итә

Дарыухана һәм дауалау учреждениелары эшен мөһим дарыуҙар резервын булдырыу маҡсатында йәһәтерәк яраҡлаштырып ҡорорға ҡушылды.

Баҫымға ҡарамай, тормош дауам итәБаҫымға ҡарамай, тормош дауам итә
Баҫымға ҡарамай, тормош дауам итә

Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендәге Хөкүмәт ултырышында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса дәүләт программаһы, халыҡҡа медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу мәсьәләләре ҡаралды. Кәңәшмә ваҡытында Андрей Назаров дарыухана һәм дауалау учреждениелары эшен, дарыуҙарға ихтыяж бермә-бер артҡан осорҙа, уларҙа һәр саҡ йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар резервын булдырыу маҡсатында йәһәтерәк яраҡлаштырып ҡорорға  ҡушты.

- Былтыр льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә төбәк бюджетынан дүрт миллиард һум йүнәлтелде, ә федераль үҙәктән – 1,78 миллиард һум. Быйыл да ошо финанс  күләмдәре  һаҡланды, – тип билдәләне Андрей Назаров.

“Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” дәүләт программаһына ла иғтибар бүленде. Премьер-министр әйтеүенсә, быйыл  ике мең берәмеккә яҡын  1,5 миллиард һумлыҡ медицина ҡорамалы алынған. Уларҙы ремонтлау, сервис хеҙмәтләндереүе мәсьәләләрен  хәл итеү иҫәпкә алынған.  Премьер-министр урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин  санкциялар баҫымына ҡарамай, күпселек фармацевтика етештереүселәренең  Рәсәйҙә эшен дауам итеүҙәре, етештереү һәм поставкалар күләменең, шул иҫәптән сит ил препараттарының, былтырғы кимәлдән юғарыраҡ булыуын билдәләне.

10 марттан Рәсәйҙә сит ил дарыуҙарының  баҙарға сығыу шарттарын ябайлаштырыу  һәм уларҙы оригиналь ҡаптарҙа һатыуға сығарыуҙы рөхсәт итеү тәҡдим ителгән. Максим Забелин әйтеүенсә, был сара дарыуҙарға ҡытлыҡ тыуғанда тормошҡа ашырыласаҡ. Бындай “йомшартыуҙар” Рәсәй биләмәһендә теркәлгән дарыуҙарға ғына ҡағыла, ҡаптарға препарат тураһында рус телендә мәғлүмәт булған стикер йәбештерелә.

Фекер алышыу барышында Андрей Назаров Рәсәй Президентының  “Рәсәйҙе үҫтереүҙә милли маҡсаттар тураһында”ғы Указы үтәлешенә иғтибарҙы йүнәлтте.  Уның барышында көтөлгән ғүмер оҙайлығы 2030 йылға 77 йәшкә етергә тейеш. Премьер-министр ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн тәү сираттағы бурыстарҙы үтәү мөһимлегенә баҫым яһаны.  Уларҙың араһында ҡан әйләнеше, яман шеш сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметеү, сабыйҙар һәм эшкә һәләтле йәштәгеләр үлемен ҡыҫҡартыу, медицина кадрҙарына ҡытлыҡты бөтөрөү, халыҡтың медицина хеҙмәтенән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу мәсьәләләре бар.

https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=55354

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.


  

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас