Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Март 2022, 11:30

Дарыуҙарға ҡытлыҡ бар, тиҙәр...

Препараттарға хаҡ артыуы хәүеф тыуҙырамы? Дарыуханаларҙа дарыу барлығы тураһындағы мәғлүмәтте ҡайҙан белергә? Поликлиникаларҙа бушлай дарыуҙы нисек алырға?..

Дарыуҙарға ҡытлыҡ бар, тиҙәр...
Дарыуҙарға ҡытлыҡ бар, тиҙәр...

“Аңлатабыҙ. Башҡортостан” проекты сиктәрендә 22 мартта тура эфирҙа Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошо өлкәләге киҫкен һорауҙарға яуап бирҙе.

Уларҙың таралғаны:

Башҡортостан дарыуханаларында препараттарға ҡытлыҡ бармы?

Күмәртәләп һатыуҙа һәм дәүләт дарыуханаларында препараттарға ҡытлыҡ юҡ. Халыҡта ҙур һорау менән ҡулланылған препараттар бар, шуға ла ҡайһы бер дарыуханаларҙа уларҙың булмауы ихтимал. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Тариф буйынса дәүләт комитеты, Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы менән препараттарҙың булыу-булмауын күҙәтеп тора.

Мәҫәлән, ҡалҡан биҙе ауырыуын дауалау өсөн “Левотироксин” препаратына ихтыяж ҙур. 2021 йылда республика граждандары 52 мең самаһы ошондай дарыуҙы алған, 2022 йылда ул дарыуханаларға 10 процентҡа күберәк килде.

Дарыуханаларҙа дарыу барлығы тураһындағы мәғлүмәтте ҡайҙан белергә?

“Башфармация” дарыуханалары селтәрендә: 8(800) 347-47-47, https://bash-apteka.ru

“Ғәҙел билдә” дәүләт системаһында: https://честныйзнак.рф

Препараттарға хаҡ артыуына борсолоу урынлымы?

Дарыуҙарға бер аҙ хаҡ артыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта ғүмер өсөн мөһим һәм кәрәкле препараттарға хаҡтар (был исемлеккә 800-ҙән ашыу дарыу инә) дәүләт тарафынан көйләнә.

Ғүмер өсөн мөһим дарыуҙар исемлеге ошо һылтанмала: http://government.ru/docs/44 206/

Поликлиникаларҙа бушлай дарыуҙы нисек алырға?

Бының өсөн талап ителә:

– йәшәгән урында поликлиникаға беркетелергә;

– дауалаусы табипҡа мөрәжәғәт итергә (терапевҡа, педиатрға йәки тар белгескә);

– табиптан бушлай дарыуға рецепт алырға (документ табип ҡултамғаһы, пациент беркетелгән поликлиника мисәте менән раҫлана);

Бушлай дарыу биргән дарыуханала рецепты күрһәтергә (был дарыуханаларҙың адрестарын медикаментты тәғәйенләгән табиптан асыҡларға кәрәк).

Беҙҙең карточкаларҙы ҡарағыҙ – уларҙа бушлай дарыуға хоҡуғы булған граждандар исемлеге күрһәтелгән.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәгенән.

#ОбъясняемБашкортостан #ОбъясняемРФ

Дарыуҙарға ҡытлыҡ бар, тиҙәр...
Дарыуҙарға ҡытлыҡ бар, тиҙәр...
Дарыуҙарға ҡытлыҡ бар, тиҙәр...
Дарыуҙарға ҡытлыҡ бар, тиҙәр...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: