Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре Ирандағы Әмир Кәбир һаулыҡ һаҡлау технологиялары университеты ҡарамағындағы ғилми-тикшеренеү институтында стажировка үтә. Университет абруйлы, ТОП-500 донъя рейтингына ингән.
БДМУ-ның эске ауырыуҙар кафедраһы доценты Светлана Пятницкая һәм фармакология кафедраһы ассистенты Ҡәҙриә Йәнекәева Иран табиптары менән тәжрибә уртаҡлашыр, имплантаттар технологияларын өйрәнер өсөн килде. Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында мегагрантты тормошҡа ашырыуға ярашлы, киләсәктә керамик био-медицина имплантаттары һәм әйберҙәре әҙерләү өсөн аддитив технологиялар лабораторияһы асыласаҡ.
Имплантаттар реконструктив һәм регенератив медицинала йәрәхәтләнгән пациенттар туҡымаларындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, йөйҙәрҙе уңалтыу өсөн файҙаланыла. Стажировка программаһы донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге эшенә ярашлы ойошторола. Иран вузында алынған тәжрибә республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы алымдар индереүгә булышасаҡ.
Фото: “Башинформ”.