Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Март 2022, 09:42

“Үкенес булып ҡалды...”

rbk.ru
Фото:rbk.ru

Белгән һәм яратҡан, хөрмәт иткән кешеләр яҡты донъяны ташлап киткәндә, күңелдәге ауыр кисерештәрҙе аңлатып та, еңеләйтеп тә булмай. Яңыраҡ яҡынын юғалтҡан Гөлсөм һуңғы көнгәсә яҡшыға өмөтләнһә лә, сир аяуһыҙ булып сыҡҡан: табиптарҙың тырышыуына ҡарамаҫтан, яҡыны вафат булған. 

– Вакцина яһатыу тураһында һүҙ сыҡҡас, апайым ҡырҡа ҡаршы булды, бығаса юғары ҡан баҫы­мынан яфаланғас, коронавирустан прививка килешмәҫ, тип ҡурҡты. Уға ковидтан нығыраҡ ҡурҡырға булған да бит... Таныштарына ҡунаҡ­ҡа барғанда коронавирус йоҡторған. Бик оҙаҡ дауаханала ятты, пневмония бар үпкәһен ялмап алды... Үкенеп бөтә алмайым: ваҡытында өгөтләп түгел, әрләп вакцина яһатырға алып барырға кәрәк булған, – ти ҡара ҡайғыға батҡан Гөлсөм. Апаһының иһә күпме пландары тормошҡа ашмай ҡалған! Йәшәүҙе яратҡан, асыҡ күңелле, сағыштырмаса йәш ханымдың ваҡытһыҙ гүргә инеүе үтә үкенесле, әлбиттә.

Һуңғы ваҡытта барлыҡ донъяны ялмап алған һәм йәшәйеш ҡанун­дарын үҙгәрткән коронавирус хаҡында төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә. Ул ғына түгел, бәғзе белгестәр, аяуһыҙ сирҙең бер нисә “тулҡынынан” һуң, ниһайәт, вирус көсһөҙләнәсәк һәм ҡәҙимге күренешкә әйләнәсәк, тиҙҙән бар донъя иркен тын аласаҡ тигәнерәк өмөтлө фараздар ҙа яңғырағайны.

Әммә серле коронавирустың үҙ ҡанундары: донъя селтәрендәге яңылыҡтар буйынса ул көсһөҙ­ләнергә уйламай ҙа, киреһенсә, яңынан-яңы мутациялар сүрәтендә халыҡ араһында таралыуын дауам итә һәм ауыр эҙемтәләргә килтерә. Мәҫәлән, былтыр йыл аҙағында Көньяҡ Африкала коронавирустың өр-яңы төрө асыҡланды һәм уға “омикрон” тигән исем бирелде.

Рәсәй Хөкүмәтендә ил Президенты Владимир Путин ҡатнаш­лығындағы кәңәшмәлә вице-премьер Татьяна Голикова, Рәсәйҙә ковид менән сирләүҙең күтәрелеше буласағын һәм бының тап яңы омикрон штамы таралыуға бәйле икәнлеген яңы тулҡынға тиклем үк иҫкәрткәйне.

“Омикрон”ды тәүге сиратта, ғә­ҙәттәгесә, Мәскәү һәм эргә-тирәләге биләмәләр ҡаршы алды. Баш ҡала мэры Сергей Собянин бер аҙна-ун көн самаһы эсендә сирләүселәр һанының ҡырҡа артыуын билдәләне.

Президенттың күрһәтмәһе ниге­ҙендә коронавирусты асыҡлаған тест яһау күләме арттырылды, сөнки был ғәмәл оҙайлы Яңы йыл каникулы ваҡытында һәм унан һуң һүлпәнәйеп ҡалған. Унан тыш, прививка яһау кампанияһын әүҙем­ләштереү дауам итә.

Мәғлүм булыуынса, корона­вирустың яңы штамы, йәғни фәнни телдә әйткәндә, B.1.1.529, Ботсванала һәм Көньяҡ Африкала былтыр ноябрь башында уҡ асыҡланған. Ул донъяның барлыҡ илдәрендә лә тиерлек асыҡланды, “дельта”ға ҡарағанда тиҙерәк таралыуын һәм өҫтөнлөклө штамға әүерелеүен дә күрҙек.

Тынысланырға иртә әле. Бел­гестәр бер тауыштан, вакцина коронавирустан һаҡланыуҙың төп юлы булып ҡала, тип иҫкәртә. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко әйтеүенсә, COVID-19 менән сирләүселәр араһында прививка яһатҡандарҙың һаны дүрт проценттан артмай, стационарға эләккәндәрҙең күпселеге прививка ҡаҙатмаған.

“Омикрон” геномында илленән ашыу мутация бар, улар тулыһынса тикшерелеп бөтмәгән һәм ниндәйҙер һығымта яһарға иртә. Нисек кенә булмаһын, бер хәҡиҡәт билдәле: аяуһыҙ сирҙән ҡотолам тиһәгеҙ, коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны даими үтергә кәрәк.

Пульмонолог, медицина фән­дәре кандидаты, Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһының пульмонология бүлеге мөдире Альберт Марсель улы Мирхәйҙәров эпидемия­ның тәүге көндәренән баш ҡалалағы ковид-госпиталдәрҙең береһендә алғы һыҙыҡта ҡәһәрле сир – коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән табиптарҙың береһе. Ул ошо осор хаҡында фекере менән уртаҡлашты.

– Ысынлап та, 2020 йылда мин тәүге­ләрҙән булып коронавирус менән сирләгән кешеләр өсөн махсус ойошторолған йоғошло сирҙәр госпиталенә эшкә тәғәйенләндем. Республика етәкселеге ҡарары менән баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге дауахана госпиталгә ярашлы үҙгәртеп ҡоролдо, заманса ҡорамал, техника менән йыһазлан­дырылды, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары менән дә өҫтәмә рәүештә тәьмин ителде.

COVID-госпиталдә эш башлағас, табип-пульмонолог булараҡ, был сир менән тәү сиратта профессиональ йәһәттән ҡыҙыҡһындым. Быға тиклем медицина әҙәбиәтендә төрлө пневмонияларҙың билдәлә­мәләре, киҫкенләшеү сәбәптәре, шул иҫәптән коронавирустың үҙенсәлектәре, ҡатмарлы стадия билдәләре, COVID-19 менән сирләүселәрҙе дауалау буйынса тәҡдимдәр бар ине, әлбиттә. Шулай ҙа теория менән ғәмәлдәге хәл барыбер айырыла, шуға ла белемемде тәжрибә менән нығытыу теләге тыуҙы.

Шул уҡ ваҡытта пульмонологтар ҡәҙимге эш барышында пневмония­ларҙың төрҙәрен йыш дауалай һәм уларҙың сәбәптәре булып шулай уҡ вирустар тора. Был эштә тап пульмонологтарҙың белгес булараҡ ҡатнашыуы – бөгөнгө ихтыяж ул.

Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә килгәндә, беҙҙең медицина бел­гестәре, табиптар, урта звено медицина хеҙмәткәрҙәре һәр йәһәттән ҡаһарманлыҡ күрһәтте һәм әле лә күрһәтә, коронавирусты уңышлы дауалап була икәнлекте көндәлек тынғыһыҙ эш менән иҫбатлай. Коронавирустың сираттағы штамы ла, һис шикһеҙ, табиптар өсөн йәнә бер һынау һәм көсөргәнеш. Әммә хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәренең тәжрибәһе һәм белеме, үткән йылдар менән сағыштырғанда, бермә-бер артты, шуға ла коронавирустың һәр яңы тулҡынын әҙерлек менән ҡаршы алабыҙ. Унан тыш, бары­һына ла прививка яһатыу мәсьә­ләһенә етди ҡарарға саҡырам. Ковидтың ауыр эҙемтәләренән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы – ваҡытында вакцина ҡаҙатыу, – ти Альберт Марсель улы.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас: