Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Март 2022, 20:30

Дарыуға ҡытлыҡ юҡ, һаҡлыҡҡа алмағыҙ

Күптәр дарыуханаларҙа тәғәйен препарттарҙың булыу-булмауы, уларҙың хаҡы менән ҡыҙыҡһына.

Дарыуға ҡытлыҡ юҡ, һаҡлыҡҡа алмағыҙ
Дарыуға ҡытлыҡ юҡ, һаҡлыҡҡа алмағыҙ

Бөгөн дарыуҙар тәьминәте мәсьәләһе барлыҡ төбәктәр халҡы өсөн дә көнүҙәктәрнең береһелер. Күптәр дарыуханаларҙа тәғәйен препараттарҙың булыу-булмауы, уларҙың хаҡы менән ҡыҙыҡһына.

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова ведомствола үткән брифингта ҡайһы бер дарыуҙарға бәйле хәлгә аңлатма бирҙе. Асылда иһә, проблема – яһалма ажиотаж тыуҙырыуҙа.

“Карбамазепин” препараты һәм уның сауҙа атамаһы – “Финлепсин” дарыуҙаналарҙа 2021 йыл уртаһынан юҡ. Етештереүсе ошоға оҡшаш дарыуҙы 2022 йылдың тәүге яртыһында һатыуға сығарырға вәғәҙә итә. Препараттың аналогы барлыҡҡа килгәнгә тиклем Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әлегә тәьҫире ҡыҫҡа ваҡытҡа еткән препаратҡа күсеп тороу өсөн дауалаусы табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.

“Левотироксин” ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын дауалау өсөн тәғәйенләнә. Башҡортостанда күптәрҙең организмына йод етешмәй, шуға күрә ошо препараттарға мохтаждар байтаҡ. Рәсәйҙә уны 50 һәм 100 мг дозала ике компания етештерә, шулай уҡ сит илдән 25 мг, 75 мг дозала препараттар ташыу дауам итә. Ирина Кононова әйтеүенсә, был дарыуҙы халыҡ һаҡлыҡҡа күпләп алып, яһалма ажиотаж тыуҙырған. Шуға ҡарамаҫтан, республика дарыуханаларында ла, складтарҙа ла был препарат бар, уға ҡытлыҡ күҙәтелмәй.

Йәнә бер мәсьәлә – берәмләп сауҙа итеү селтәрендә аныҡ сауҙа атамаһы аҫтында сыҡҡан инсулиндар. Бында ла етештереүселәр буш урында шау-шыу тыуҙырған. Халыҡтың льготалы категорияларын тәьмин итеү һәм килешеү йөкләмәләрен үтәү өсөн етештереүселәр инсулин препараттарын ваҡ сауҙа селтәренән алған. Инсулин рецепһыҙ һатылырға тейеш түгел. Инсулин махсус һыуытҡыстарҙа һаҡлана, шуға күрә уны һаҡлыҡҡа һатып алып, көнкүреш һыуытҡыстарында һаҡларға кәңәш ителмәй.

Тотош Рәсәйҙә лә ошондай уҡ хәл күҙәтелә – дарыуға ҡытлыҡ юҡ.

“Росздравнадзор” Рәсәйҙә икенсе йыл эшләгән дарыуҙарҙың хәрәкәтенә мониторинг системаһы ярҙамында дарыуҙарҙың булыу-булмауын күҙәтә. Шуға күрә ҡайҙа күпме дарыу барлығын аныҡ әйтә алабыҙ. Дөйөм алғанда, селтәрҙә дарыуҙар етерлек күләмдә, был йәһәттән хәүеф юҡ. Әле дарыуханаларҙа препараттар бер аҙ кәмегән, әммә улар дистрибьютерҙарҙа, етештереүселәрҙә бар һәм оҙаҡламай дарыухана селтәренә сығарыла”, – тине “Росздравнадзор” етәксеһе Алла Самойлова.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыуҙы һаҡлыҡҡа алмаҫҡа кәңәш итә, сөнки уларҙың ҡулланыу ваҡыты сикләнгән, ҡайһы берҙәре махсус шарттарҙа һаҡланырға тейеш.

Дарыуханаларҙа дарыуҙың булыу-булмауын “Башфармация” дарыуханалар селтәрендә – 8(800)347-47-47; “Честный знак” дәүләт системаһында (честныйзнак.рф); шәхси дарыуханаларҙың сайттарында асыҡларға мөмкин.

Фото: ufa.rbc.ru/ufa

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: