Башҡортостан
-13 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Ирекмән-табиптарға рәхмәт белдерелде

Беҙҙең табиптар тағы ла үҙҙәрен көслө рухлы кешеләр итеп күрһәтте.

Ирекмән-табиптарға рәхмәт белдерелде
Ирекмән-табиптарға рәхмәт белдерелде

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә яңыраҡ Донецкиҙан ҡайтҡан ирекмән-табиптар менән осрашыу булды.  

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры, Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡын эвакуациялау буйынса оператив штаб етәксеһе Максим Забелин табиптарға хеҙмәттәре һәм ҡыйыулыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Беҙ Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына хирургия һәм травматология белгестәрен ебәрергә тырышасаҡбыҙ. Табиптарҙың байтағы Донецк белгестәренә ярҙам итергә теләк белдерҙе. Урта медицина персоналы ла, фельдшерҙар, терапевтар ҙа, педиатрҙар ҙа, – тип билдәләне Максим Забелин. – Беҙҙең табиптар тағы ла үҙҙәренең көслө рухлы кешеләр икәнен күрһәтте. Һеҙҙең өлгөгөҙҙөң ни тиклем мөһим һәм кешелекле икәнен билдәләйем. Был һеҙҙең иң ҡатмарлы шарттарҙа ла табиплыҡ бурысын үтәргә әҙер булыуығыҙ тураһында һөйләй”.

Максим Забелин оҙаҡламай Донбассҡа юлланасаҡ табиптарға ныҡлыҡ теләне. Сираттағы төркөм апрелдә юлға сығасаҡ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының бүлексә мөдире, табип-нейрохирург Алексей Антонов Донецк дауаханаһындағы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Анестезиолог-реаниматолог Лидия Ахунова ла тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыҡты.

“Махсус операция үткәрелгән төбәккә табиптар ебәрелеүен ишеткәс тә, Донбасстағы хеҙмәттәштәребеҙгә ярҙам итеү теләге тыуҙы, – тине ул. – Донецк дауаханаһында ошо учреждениеның табиптар бригадаһы менән берлектә ҡатмарлы операциялар яһаныҡ.”

Республика табиплыҡ-физкультура диспансерының баш табибы Руслан Гәрәев тә үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Өфө ҡалаһының 13-сө клиник дауаханаһы хирургы Теймураз Иҙрисов ни өсөн ирекмәндәр рәтенә ҡушылыуы тураһында һөйләне.

“Мин был республикаларҙа йылдар дауамында барған хәлгә тыныс ҡына ҡарай алмайым. Ошондай ҡатмарлы шарттарҙа йәшәргә мәжбүр булған кешеләргә ярҙам иткем килде. Мин хатта ғаиләмде лә иҫкәртеп торманым, барып еткәс кенә хәбәр иттем. Уларҙың борсолғанын беләм,” – тине табип.

Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының бүлексә мөдире Артур Мөғәллимов Донецкиға барырға йыйынған табиптарға ҡатмарлы хәлдәрҙә үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүҙәре мөмкинлеген әйтте. Йәмәғәтселек ярҙамы штабы етәксеһе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Руслан Насретдинов ирекмән-табиптарға партия яғынан төрлө яҡлап ярҙам буласағын белдерҙе.

Фото:"Берҙәм Рәсәй" партияһының  төбәк бүлексәһе.

Ирекмән-табиптарға рәхмәт белдерелде
Ирекмән-табиптарға рәхмәт белдерелде
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в