Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Март 2022, 14:30

“Беҙҙең лицей ашханаһында ныҡ тәмле бешерәләр!”

Мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙың сифаты менән яҡындан танышыу маҡсатында бөгөнгө иртәлә Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы лицейына юлландыҡ. 

“Беҙҙең лицей ашханаһында ныҡ тәмле бешерәләр!”
“Беҙҙең лицей ашханаһында ныҡ тәмле бешерәләр!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойоштороуҙың Стратегик башланғыстар агентлығы үткәргән конкурста иң яҡшы булараҡ билдәләнеүе тураһында яҙғайны.

Эйе, һуңғы йылдарҙа мәктәп туҡланыуының сифатын яҡшыртыу, балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеүҙе арттырыу, урындағы етештереүселәрҙең тауарҙарына өҫтөнлөк биреү йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарылды.

“Мәктәп туҡланыуы реформаһына тотонған саҡта, мин уны Рәсәйҙә алдынғылар рәтенә сығарыу бурысын ҡуйғайным. Беҙҙең өсөн иң мөһиме, әлбиттә, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең фекере”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Хәлдәрҙең ысынбарлыҡтағы торошо менән танышыу маҡсатында бөгөнгө иртәлә Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы лицейына юлландыҡ. Беренсе ҡатта урынлашҡан ашхана беҙҙе тәмле аш-һыу еҫтәре менән ҡаршы алды.

Белеүебеҙсә, республика мәктәптәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 1-4-се класс уҡыусылары өсөн бушлай иртәнге аш ойошторола.  Беҙ барғанда лицейҙың башланғыс кластары тап ошо иртәнге ашҡа килергә йыйына ине. Ашхана хеҙмәткәрҙәре әҙер ризыҡты йүгереп йөрөп өҫтәлдәргә ҡуя. Менюла: дөгө бутҡаһы, аҡ май, сыр, икмәк, йогурт һәм витаминлы сәй.

Шеф-ашнаҡсы Таңһылыу Байкова менюны төҙөгәндәге үҙенсәлектәр, нимәләргә өҫтөнлөк биреүҙәре тураһында һөйләне. “Мәктәп туҡланыуы, тәү сиратта, сифатлы һәм файҙалы булырға тейеш. Беҙҙең эшебеҙгә иң ҙур баһа – балалар ашап сыҡҡандан һуң буш ҡалған тәрилкәләр йәки “тағы мөмкинме?” тигән һорау”, - ти ике тиҫтә йылдан ашыу ошо белем усағының уҡыусыларын тәмле аштар менән һыйлаусы Таңһылыу Йәғәфәр ҡыҙы. Ашхана хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Рәхимова, Раиса Япарова, Әлмира Сафуанова, Миләүшә Сәмиғуллина, Раушания Аҫылғужина – уның уң ҡулы.

Тиҙҙән ашханаға һөйләшә-көлөшә беренсе класс уҡыусылары килеп инде. Улар – өс класс, 90-дан ашыу бала. Улар сығыуға икенсе класс уҡыусылары өсөн тәғәйен өҫтәлдәр ҙә әҙер ине. “Коронавирус шарттарында, аралашыуҙы мөмкин тиклем сикләү өсөн, һәр класты айырым ашатыуҙы яйға һалдыҡ”, - ти мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса яуаплы уҡытыусы Рима Ким ҡыҙы Яруллина.

Артабан иртәнге ашты тамамлаған бәләкәстәр менән һөйләшеү форсаты ла тыуҙы. “Миңә мәктәптә ашау ныҡ оҡшай, беҙҙең лицейҙың ашнаҡсы апайҙары бик тәмле бешерә. Айырыуса туҡмаслы ашты яратам”, - тине 2-се В класы уҡыусыһы Әминә Аллабирҙина. “Ә миңә бутҡалар һәм салаттар оҡшай”, - тип һүҙгә ҡушылды класташы Әмирә Билалова. Шулай уҡ ҡыҙҙар тәмлекәстәр бирелеүенә лә шат. “Бөгөн йогурт бирҙеләр. Башҡа көндәрҙә һут, алма йәки башҡа төрлө емештәр була”, - тине улар.

Бөгөн мәктәп туҡланыуының нисек ойошторолоуы – ата-әсәләр өсөн дә тулыһынса асыҡ. “Улым Рушан 1-се класта уҡый. Ашханала туҡланыуҙан бик риза, хатта иртәнсәк сәйҙе лә эсмәй китә, сөнки килеү менән бушлай иртәнге аш көтә. Беҙ, ата-әсәләр, мәктәп ашханаһының менюһы менән даими танышып барабыҙ, иртәгә ниндәй ризыҡтар бирелеүен кистән үк сайтта ҡарарға мөмкин. Барыһы ла асыҡ, иң мөһиме – сифатлы, тәмле булыуын үҙебеҙ күреп беләбеҙ”, - ти Нәзифә Исҡужина.

Лицей директоры Шәмсулла Хәбибулла улы Хәбибрахманов, теләк булғанда, бөгөн мәктәп туҡланыуын сифатлы, яҡшы итеп ойоштороу өсөн юлдар асыҡ, тигән фекерҙә.

“Беҙ, элегерәк тә, башҡалар ситтән килтерелгән арзан, әммә сифаты шикле ит, май, башҡа продукцияларҙы алғанда, уларҙан һәр ваҡыт баш тарта килдек. Ризыҡтарҙы үҙебеҙҙә әҙерләүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ, йәғни әҙер кәтлит кеүек ярымфабрикаттарҙы алмайбыҙ. Шулай уҡ балаларҙа дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Ошо йүнәлештә класс сәғәттәре, конкурстар ойошторабыҙ, ата-әсәләр менән дә эш алып барабыҙ. Өйөндә дөрөҫ туҡланған бала мәктәптәге бутҡаны ла яратып ашаясаҡ. Шулай уҡ бер уйым бар: балаларҙы милли аш-һыу төрҙәре менән яҡындан таныштырыу маҡсатында айына бер тапҡыр йәки һәр сиректә мәктәп ашханаларында Милли аш-һыу көнө үткәрелһә, бик яҡшы башланғыс булыр ине”, - тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты Шәмсулла Хәбибулла улы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас