Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Март 2022, 11:30

Биш сәғәт буйы аяғөҫтө...

Ваҡытлы диагностика, хирургик дауалау һәм докторҙарҙың “алтын” ҡулдары  мөғжизә яһай.

Биш сәғәт буйы  аяғөҫтө...
Биш сәғәт буйы аяғөҫтө...

Өфөләге  республика кардиология  үҙәге табиптары  биш сәғәт буйына ауыр хәлдәге пациент ғүмере өсөн көрәште. Владимир Сурков етәкселегендәге табиптар командаһы  гигант ҙурлыҡтағы  Вальсалва синустары аневризмаһы  өҙөлөүен  операция ярҙамында  ялғаны.

Белгестәрҙең әйтеүенсә, был һирәк осрай торған йөрәк патологияһы. Ул йыш ҡына ауырыуҙарҙы үлемесле өҙлөгөүҙәргә килтерә.  “Ауырыу аяҡтары шешенеүенә, тын ҡыҫылыуына зарланды. Оҙаҡ ваҡыт Ғафури районы табиптары күҙәтеүендә булған. Уның йөрәгенә эхокардиография яһалған һәм бик күп патологиялар асыҡланған, шул иҫәптән, аорта аневризмаһы ,” – ти белгестәр. Пациентҡа кардиология үҙәгендә  коронарография һәм аортография яһағандан һуң, ашығыс рәүештә операция өҫтәленә һалғандар.

 Операция биш сәғәт буйына көсөргәнешле бара. Ваҡытлы диагностика, хирургик дауалау һәм докторҙарҙың “алтын” ҡулдары  мөғжизә яһай. Иҫ киткес ҙур дәүмәлдәге  бындай аневризмаға операцияны табиптарға тәү тапҡыр  яһарға тура килгән. Пациент үҙен яҡшы тоя!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: