Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Март 2022, 16:02

Үҙ-үҙегеҙҙе туберкулездан һаҡлағыҙ!

Фото геройҙың шәхси архивынан.
Фото:Фото геройҙың шәхси архивынан.

Йыл һайын мартта Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә был йоғошло, ҡурҡыныс сир – туберкулез булған һәм әле лә бар: ошо хаҡта һәм сирҙе иҫкәртеү хаҡында табип-фтизиатр, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансер хеҙмәткәре Розалия ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА һөйләй.

 

Туберкулез – етди мәсьәлә

 

Туберкулез күпселек осраҡта кешенең үпкәләрен зарарлаған бик етди инфекциялы сир булып тора. Ауырыу һауа-тамсы юлы аша йоға, сирле кеше менән йыш ара­лашҡанда, уның йоғоу ихтималлығы тағы ла нығыраҡ арта. Сир тураһында күберәк белер өсөн белгестәр тарафынан тәҡдим ителгән санбюллетенде уҡырға кәрәк. Ул саҡта һәр кем зарарлы ауырыу хаҡында яҡшыраҡ беләсәк.

Туберкулез менән организмдың һаҡлау көсө түбәнәйгән кешеләр сирләп китеүе ихтимал. Мәҫәлән, бәләкәс балалар, оло йәштәгеләр, ВИЧ-инфекциялылар. Сирҙе дауа­ламаған осраҡта, уның эҙемтәләре бик насар булыуы бар.

Балаларҙа ауырыу беренсел комплекс төрө кеүек үтә, йәғни уртаса ауырлыҡ кимәлендә. Әгәр ҙә дауалауҙы дөрөҫ алып барғанда һәм аҙағына тиклем еткергәндә, бала инфекциянан тулыһынса һауығасаҡ.

Әммә бер нисә йылдан һуң сирҙең рецидивы ҡабатланыуы ихтимал. Бигерәк тә кешенең сәләмәтлеге ҡаҡшаған, иммунитеты түбәнәйгән осраҡта.

 

Сир нисек йоға?

 

Инфекция инә торған төп ҡапҡалар – тәүге осраҡта тын юлдары. Бациллалар ҙур күләмдә лайла һәм төкөрөк аша сирле кеше йүткергәндә, сөскөргәндә, һөй­ләшкәндә бүленеп сыға, һауаға эләгә. Һирәгерәк осраҡта инфекция туберкулез менән сирләгән хай­уандарҙың һөтөн ҡулланғанда йоғоуы бар. Унан тыш, башҡа юлдар ҙа билдәле. Мәҫәлән, казуистик ысул – тире, миндаль биҙҙәре аша. Унан тыш, ауырлы ҡатындарҙың яралғылары әсә ҡарынында уҡ зарарланған осраҡтар ҙа теркәлгән.

Шулай ҙа һауа-тамсы юлы иң хәүефлеһе булып тора, тап ошо ысул менән сир бациллалары сирленән һау кешегә күсә. Был осраҡта һауала үҙ эсендә бихисап туберкулез ҡуҙғытыусыларын туплаған, ваҡ ҡына лайла киҫәксәләренән торған үҙенсәлекле “аэрозоль” йыйылмалары барлыҡҡа килә. Тап ошондай “аэрозоль” йыйылмаларын һулау һау-сәләмәт кешенең тын юлына инфекция эләктерә һәм микробтар менән организм араһында көрәш башлана.

 

Тәүге билдәләр

 

Түбәндә телгә алынған билдәләр үҙегеҙҙә йәки таныштарығыҙҙа барлыҡҡа килһә, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк!

l Тиҙ арыу һәм дөйөм хәлһеҙлек барлыҡҡа килеү;

l аппетиттың юғалыуы йәки түбәнәйеүе;

l ныҡ тирләү, бигерәк тә иртән һәм тәндең өҫ яғы нығыраҡ тирләһә;

l бәләкәй генә физик көсөргәнеш ваҡытында ла тын быуылһа;

l тән температураһы бер аҙ күтәрелһә;

l лайла йәки ҡан ҡатыш йүтәл йонсотһа;

l күҙҙәрҙә үҙенсәлекле (биҙгәк) ялтырау барлыҡҡа килһә.


Хәүефтең төп факторҙары

Алкоголизм
Насар туҡланыу
Наркомания
Тәмәке тартыу

Сирҙе иҫкәртеү

 

Туберкулезды иҫкәртеү өсөн өлкәндәр йыл һайын диспансер күҙәтеүе үтергә һәм сирҙе иртә стадияһында асыҡларға тейеш.

Бының өсөн өлкәндәргә йылына кәмендә бер тапҡыр поликлиникала, профессияһын, сәләмәтлек торошон, хәүеф төркөмдәренә ҡарағанлығын  иҫәпкә алып, флюорографик тикшереү үтергә кәрәк.

 

Сирләгән кешегә кәңәштәр

 

Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙә туберкулез бар тип иҫәпләйһегеҙ икән, шунда уҡ табипҡа барырға кәрәк. Ул тәғәйенләгән дарыуҙарҙы мотлаҡ эсегеҙ. Әгәр ҙә уларҙы ҡабул итеүҙә пауза яһаһағыҙ йәки дарыу эсеүҙе алдан тамамлаһағыҙ, дарыуҙарға бирешмәгән, дауалауға ҡаршы тотороҡлолоҡ һаҡлаған резистентлы туберкулез барлыҡҡа киләсәк.

Яҡшы елләтелгән бинала оҙайлы ял итегеҙ.

Составында С витамины күп булған калориялы аҙыҡ-түлек ашағыҙ. Спиртлы эсемлектәр ҡулланмағыҙ, тәмәкене ташлағыҙ.

Һәр саҡ зарядка яһағыҙ

 

Барлыҡ яҡындарығыҙға, туған­да­рығыҙға сирегеҙ хаҡында хәбәр итегеҙ – улар ҙа табипҡа барып тикшерелһен.

Шик тыуған саҡта, диагнозды раҫлау өсөн табип һеҙгә тикшереү бил­дә­л­әйәсәк. Раҫланған осраҡта, белгес һеҙҙе дауалау һәм ауыр эҙемтәләрҙән һаҡлау өсөн дауаханаға һаласаҡ, унан тыш, башҡаларға йоҡтормау өсөн сирлене изоляцияларға кәрәк.

Туберкулезға ҡаршы тәғәйен­ләнгән препараттарҙы көн һайын ярты йыл дауамында эсеү фарыз.

Бала тыуғас та БЦЖ вакцинаһын эшләтеү мотлаҡ.

12 йәки 16 йәштә вакцинаның өҫтәмә дозаһын алырға мөмкин.

Унан тыш, туберкулездың әүҙем формаһы асыҡланған сирле кеше менән аралашҡан өлкәндәргә лә иммунизация үтергә кәрәк.

Туберкулез буйынса санбюллетень мәғлүмәттәре бик мөһим, сөнки был сир тураһында үрҙә телгә алынған яҙмалар – иң төп факттар. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: сир бер кемде лә аямай, һәр кемгә йоғоуы бар.

Туберкулез менән көрәштә уңыш йәки еңелеү күпселек осраҡта пациенттың үҙенән тора. Уның ихтыяр көсө, бер нәмәгә ҡарамаҫтан йүнәлергә теләүе әллә ниндәй мөғжизә тыуҙырыуы ихтимал.

 

Г. БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас: