Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Март 2022, 16:01

Игеҙәктәр – табиптар

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһына йәш табиптарҙың эшкә ҡайтыуы матур күренешкә әйләнә бара. Табип һөнәренә бәләкәйҙән ғашиҡ булып, ата-әсәһенең юлын лайыҡлы дауам итеүселәр ҙә юҡ түгел. Шундайҙарҙың береһе – райондың йәш табиптары бер туған Зарина менән Руслан Бәхтийәровтар. Уларҙың береһе табип-психиатр булһа, икенсеһе – табип-инфекционист.

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән игеҙәктәр бәләкәйҙән аталары – Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһының баш табип урынбаҫары Илдар Сабир улы менән әсәләре – инфекция бүлегенең юғары категориялы шәфҡәт туташы Альбина Шәфҡәт ҡыҙы миҫалында кешеләрҙең сәләмәтлеге өсөн бар тырышлығын һалып эшләгәндәрен күреп үҫә. Мәктәпте тамамлаған Руслан менән Зарина алдында ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тормай. Ата-әсәһенең юлын дауам итеү маҡсатында документтарын Өфө дәүләт медицина уни­верситетының педиатрия бүлегенә тапшыра. Студент йылдарында уҡыу йорто тормошонда әүҙем ҡатнашалар, үҙҙәрен бар яҡлап үҫтерәләр.

– Йәшермәйем, миңә уҡыуы бер аҙ ауырыраҡ бирелде, ни тиһәң дә, егет кеше бит инде, – тип йылмайып һүҙ башланы йәш табип. – Ә бына Зарина мәктәптә лә яҡшы уҡыны, университетта ла тик алдынғылар рәтендә булды. Миңә бар яҡлап терәк тә, ярҙам ҡулы һуҙыусы ла ул ине. Бергәләшеп имтихандарға әҙерләндек, уның яҙған лекцияларын уҡып, әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә  тура килде, әммә икебеҙ ҙә бик теләп уҡыныҡ, сөнки табип булыу беҙҙең бала саҡ хыялы ине. Хыял ғына түгел, тормошобоҙҙоң бер өлөшө. Бәләкәйҙән дарыу еҫен еҫкәп, атай-әсәйебеҙҙең дауахананан ҡасан ҡайтҡанын бергә көтөп, уларҙан өйрәнеп, аҡ халатлыларҙың хеҙмәтенә ғашиҡ булып үҫтек. Ә яратҡан эшең булыуы – икеләтә бәхет. Һәр көн эшкә байрамға килгән кеүек киләһең, сирлеләрҙе дауалап, уларға ярҙам итә алыуыңды тойоу күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йылы тәьҫораттар өҫтәй.

Йәш табиптарҙың икеһе лә тар йүнәлештәге һөнәрҙе үҙ иткән. Руслан Илдар улы бөгөн ҡала дауаханаһында табип-психиатр булып эшләй. Янындағы тәжрибәле шәфҡәт туташы Нәсимә Түләкова ла йәш табиптың эшенән бик ҡәнәғәт. “Оҙаҡ йылдар ошонда эшләйем, бер аҙ табипһыҙ ҙа эшләп алырға тура килде. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Руслан Илдар улы пациенттар менән бик яҡшы мөғәмәләлә. Табип булғас, ул кешене ышандыра алырға, дауа­ланыуҙың файҙаһы барлығына инандырырға бурыслы. Беҙгә күп осраҡта төрлө стресс кисергән, күңел төшөнкөлөгөнә дусар булған сирлеләр килә. Күп осраҡта һүҙ дауаһы ла ярайһы көскә эйә. Ә бына Руслан Илдар улының һәр пациентты йылы ҡабул итеүе, уларҙы тыңлап, улар менән аралашып ҡына дарыуҙар яҙып биреүе һоҡландыра”, – ти ул.

Шулай уҡ табипҡа йыш ҡына медицина тикшеренеүе үтеүселәр ҙә мөрәжәғәт итә. Уларға эшкә рөхсәт ҡағыҙы бирер алдынан бар яҡлап ҡарау, хәлен асыҡлау талап ителә.

Ҡыҙ кешегә әсәһе эшләгән инфекция бүлеге яҡыныраҡ булған­дыр, күрәһең. Зарина Илдар ҡыҙы бөгөн дауахананың ошо тармағын­да табип булып эшләй. Коронавирус пандемияһы ваҡытында ковид госпиталендә лә эшләп алырға өлгөргән ул.

– Эшем ныҡ оҡшай. Бала саҡтан табип булырға хыялландым һәм маҡсатыма ирештем, – тип йылмая ул.

Бына шундай табиплыҡ һәләт­тәре ата-әсәһенән күскән ике йәш табип эшләй Баймаҡ дауаха­наһында. Ағалы-һеңлеле игеҙәк­тәр – бер-береһенә ышаныслы хеҙмәттәш, кәрәк саҡта терәк, кәңәшсе һәм ярҙамсы. Йәш табиптарға артабан да уңыштар теләйбеҙ. Гиппократ антына һәр саҡ тоғро ҡалып, халыҡтың һаулығы һағында оҙаҡ йылдар эшләргә яҙһын. Кем белә, бәлки, мәктәптә уҡып йөрөгән бәләкәй ҡустылары Илмир ҙа киләсәктә ғаилә династияһын лайыҡлы  дауам итеп, аҡ халатлылар сафын тулыландырыр.

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Баймаҡ ҡалаһы.

Читайте нас: