Миәкә районы прокуратураһы “Роспотребнадзор” идаралығы белгестәре менән берлектә мәктәптәрҙең береһендә балаларҙың ағыуланыу билдәләре менән дауаханаға мөрәжәғәт итеүҙәре буйынса тикшереү башланы.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 23 мартта мәктәп ашханаһында туҡланған балалар хәлһеҙлек тойоп һәм эсәк инфекцияһы билдәләре менән дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итә башлаған. Һөҙөмтәлә ике баланы дауаханаға һалғандар, ә 60 уҡыусыны медицина ярҙамы күрһәткәндән һуң өйҙәренә ҡайтарғандар. Уларҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана, тотороҡло. “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре аҙыҡ өлгөләрен тикшереүгә алған. Санитар-эпидемиологик тикшереү дауам итә. Ағыуланыуҙың башҡа сығанаҡтары теркәлмәгән.
Прокуратура бөтә материалдарҙы тәфтиш органына ебәргән. Әлшәй район-ара тәфтиш бүлеге Миәкә районында балаларҙың ағыуланыуы менән бәйле енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Фото:Food-fresh.ru