Сәләмәт булайыҡ
25 Март 2022, 16:15

Шарттар уңайлы, табиптар тәжрибәле

Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы” клиник-диагностика инфекция үҙәге асылды.

Шарттар уңайлы, табиптар тәжрибәлеШарттар уңайлы, табиптар тәжрибәле
Шарттар уңайлы, табиптар тәжрибәле

"Ябай булмаған эпидемиологик шарттарҙа эшләп тәжрибә тупланыҡ. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡаланың балалар дауаханаһы инфекция госпитале итеп үҙгәртелде. Һуңғы ике йылда бында дүрт меңдән ашыу кеше дауаланды. Ошондай ҙур, иркен үҙәкте төҙөүгә булышлыҡ иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!" — тип белдерҙе Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.

Яңы инфекция үҙәге техник яҡтан медицина ҡорамалдары менән яҡшы комплектланған, палаталарҙа бөтә шарттар ҙа бар. Компьютер томографы, гастроэндоскопия ҡорамалдары, рентген һәм УЗИ аппараты — барыһы ла халыҡ һаулығын ҡайғыртып урынлаштырылған. Бокстар, реанимация койкалары уңайлы.

Яңы клиник-диагностика инфекция үҙәге медицина хеҙмәткәрҙәренә яҡшы эш шарттары тыуҙырыуы менән дә алдыра. Хеҙмәткәрҙәр барыһы ла махсус белемле, табиптар тәжрибәле. Яңы дауаханала 70 кеше эшләй башлаясаҡ, сирлеләр һанына ҡарап хеҙмәткәрҙәр штатын 250-гә ҡәҙәр арттырыу мөмкинлеге бар.

Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас