Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Март 2022, 13:00

Фиҙакәр табиптарға – дәүләт наградалары

Шулай уҡ Башҡортостанда тәүге журналист Шайморатов орденына лайыҡ булды. 

Фиҙакәр табиптарға – дәүләт наградалары
Фиҙакәр табиптарға – дәүләт наградалары

Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе тәүге тапҡыр Республикаға идара итеү үҙәгендә үтте. Ул бик матур сара менән башланып китте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шайморатов ордендары һәм ДНР һәм ЛНР республикаларында эшләгән табиптарға юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.

Шайморатов ордены менән Башҡортостан Башлығының Эштәр идарасыһы урынбаҫары Вадим Гәрәев бүләкләнде. Ошо уҡ награданы республика Башлығының матбуғат хеҙмәте операторы Илшат Ҡазаҡҡолов алды. Ул ошондай юғары бүләккә лайыҡ булған тәүге журналист.

Артабан Радий Хәбиров Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында яраланған хәрбиҙәргә һәм сирлеләргә ярҙам иткән Башҡортостан табиптары һәм шәфҡәт туташтарына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.

Республика физкультура диспансерының баш табибы, табип-хирург Руслан Гәрәев менән Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы Лидия Ахунова Башҡортостандың Почет грамотаһы менән наградланды. Руслан Гәрәев Радий Хәбировҡа Донецкиға сәфәре ваҡытында шәхсән үҙе табиптар янына килеп күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Донбаста йәшәүселәрҙән дә ҙур рәхмәт әйткем килә, беҙ үҙ сиратыбыҙҙа Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына сығырға һәм башланған эште дауам итергә әҙербеҙ”, – тип билдәләне ул.

Шулай уҡ бер төркөм табиптарға Башҡортостандың атҡаҙанған табибы тигән исем бирелде. 

Радий Хәбиров шулай уҡ Луганск халыҡ республикаһы халҡына гуманитар ярҙам алып барыуҙа ҡатнашҡан кешеләргә был республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: