Башҡортостанда коронавирус менән сирләү осраҡтары көндән-көн кәмей. Һуңғы мәғлүмәттәр шундай: пандемия башланғаны бирле сирҙе 274548 кеше йоҡторған. Әлеге ваҡытта 135 кеше ковид-госпиталдәрҙә дауалана. 19 кешенең хәле ауыр тип баһалана. 12026 кеше вирус менән өйҙәрендә көрәшә.
Был мәғлүмәттәр менән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин таныштырҙы. Ул вакцинация планын үтәү-үтәмәү тураһында ла әйтте.
– Вакцинация буйынса план 44 районда аштырып үтәлгән, 16 муниципалитетта – 80-дән 90 процентҡа тиклем. Өс районда иһә 80 проценттан да кәмерәк. Был – Белорет районы (79,9 процент), Октябрьский ҡалаһы (79,6 процент) һәм Межгорье ҡалаһы (76,6 процент), – тине Азат Рәхмәтуллин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә был мәсьәләне аҙағына еткереп ҡуйырға ҡушты.