Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Март 2022, 19:00

Медицина белгесе ниңә ҡурсаҡ эшләүгә тотонған?

Күҙҙәре – төймә, сәстәре – ебәк, оҙон, кейгән кейемен билдәле дизайнерҙар теккән тиерһең!

Медицина белгесе ниңә ҡурсаҡ эшләүгә тотонған?
Медицина белгесе ниңә ҡурсаҡ эшләүгә тотонған?

Раевка үҙәк район дауаханаһының нур диагностикаһы хеҙмәткәре Елена Арент әйтеүенсә, пандемия осоронда көнөнә 200-шәр һүрәт эшләргә тура килгән. ”Ковид сирлеләр күп ине. Аҙаҡ кабинетты йоғошһоҙландырабыҙ. Үҙебеҙ һаҡлағыс костюмдарҙа эшләйбеҙ. Был ауыр мәлде лә оҙаттыҡ. Хеҙмәттәштәребеҙ ҙә ауырыны. Сирҙе икешәр тапҡыр үткәрҙек”, – ти Елена Владимировна.

Табип һөнәрен юҡҡа ғына һайламаған бит ул. Мәктәптә уҡығанда уҡ медицина хеҙмәткәре булырға теләгәнен аңлай. Бәләбәй медицина училищеһын тамамлай, шәфҡәт туташы булып ошо уҡ райондың ҡала дауаханаһында эш башлай. Үҙе Бәләбәй районының Алексеевка ауылынан.

– Раевкала туғандарымда ҡунаҡта булғанда Әлшәй район дауаханаһының ҡабул итеү бүлексәһенә шәфҡәт туташтары кәрәклеген белдем. Шунда эшкә урынлашҡым килде, “ҡарайыҡ, аҙаҡ күҙ күрер” тип уйланым. Ике йыл эшләгәндән һуң нур диагностикаһы бүлексәһенә күстем. Мине мөдир Рәйеф Харрас улы Моратхужин ҡушҡуллап ҡаршы алды. Курстарҙы тамамлағандан һуң рентген лаборанты Валентина Остахова, Әлфирә Ибәтуллина, Валентина Матюха мине эшкә өйрәтте. Һәр биш йыл һайын квалификация күтәреү курстарын үтәбеҙ, даими уҡырға, өйрәнергә кәрәк, – ти Елена Арент.

Нур диагностикаһы бүлексәһендә эшләүенә лә 26 йыл булып киткән. Ә дөйөм хеҙмәт стажы – 32 йыл. Флюорография кабинетында пациенттарҙы ҡабул итеүҙән тыш, рентген кабинетында алмашлап дежур итергә тура килә. Тап ошо бүлексәгә эшкә килеүенә ул һис тә үкенмәй. Рентген лаборанты хеҙмәте еңелдән түгел. Документтарҙы дөрөҫ тултырып алып барырға, пациенттарға тикшереү үткәрергә кәрәк. Дауаханала медицина ҡорамалдарының яңыртылыуына ул бик шат. Күптән көткән маммография аппараты алынған. “Хәҙерге заман медицина техникаһы булыуынан беҙҙең эш сифаты тора, - ти Елена Владимировна. – Туберкулез һәм онкология сирҙәрен иртә стадияла асыҡлау мөмкинлеге тыуҙы. Коронавирус йоҡторғандар үпкәһенең зарарланыу дәрәжәһен аныҡ асыҡлап була”.

Еленаның ҡыҙы Наталья – һөнәре буйынса акушер-гинеколог, республика перинаталь үҙәгендә эшләй. Пациенттарға ультратауыш диагностикаһы үткәрә. Һөнәрҙе әсәһенән күрмәксе һайлаған.

Елена Владимировнаның ғаиләһе үҙенсәлекле, төрлө мауыҡтырғыс шөғөлдәре менән кешеләрҙе шаҡ ҡатыралар. Уның ошо йәштә “ҡурсаҡ уйнауы”, береһенән-береһе матурыраҡ уйынсыҡтар тегеүенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Бала саҡтан ҡурсаҡ уйнап үҫкән ҡыҙҙың теләге оло тормош юлына сыҡҡас та һүрелмәгән. Бынан ун йыл элек үҙе лә һиҙмәҫтән ошо шөғөлгә тотона. Тәүге ҡурсағын бәйләй. Интернетта уҡыу курсын үткәс, уйынсыҡтар тегә башлай. Яңылыҡ һәр саҡ мауыҡтыра, дәртләндерә бит: тегергә, киҫергә, йыйырға тиҙ өйрәнә һәм бына ул мөғжизә! Күҙҙәре – төймә, сәстәре – ебәк, оҙон, кейгән кейемен билдәле дизайнерҙар теккән тиерһең! Әлегә ҡурсаҡтар коллекцияһы ҙур булмаһа ла, пландар етерлек. Уларҙы төрлө техника менән, төрлө стилдә эшләү теләге бар. Бармаҡ башындай аяҡ кейемдәрен тегеү өсөн дә оҫта булыу кәрәк. Тауарҙы ул Раевка магазиндарынан һатып ала. Бәләкәй генә ҡурсаҡты ижад итеү өсөн дә күп ваҡыт, ҙур хеҙмәт талап ителә. Был эш менән шөғөлләнеү өсөн айырым бүлмә булдырылған.

Еленаның ире Александр – радиоһәүәҫкәр. Раевка шәкәр заводында слесарь булып эшләй. Кәштәләрҙә теҙелеп киткән матурҡайҙар бүлмәне йәмләй, өҫтәлдә ҡыҙы Наталья бүләк иткән теген машинаһы. Елена Арент “Бәйләнештә” селтәрендә үҙенең яратҡан шөғөлө менән уртаҡлашырға ла әүәҫ, тип яҙа Айгөл Мөхәмәтдинова яҡташы тураһында.

 Автор фотоһы.

Медицина белгесе ниңә ҡурсаҡ эшләүгә тотонған?
Медицина белгесе ниңә ҡурсаҡ эшләүгә тотонған?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: