Башҡортостан
+10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Март 2022, 09:00

Сәләмәтлеккә ете аҙым

Сирләмәйем, дауахана, дарыухана яғын тапамайым, тигәндәр был кәңәштәргә ҡолаҡ һалһын ине

Сәләмәтлеккә ете аҙым
Сәләмәтлеккә ете аҙым


Әлбиттә, һаулыҡҡа бәйле ҡайһы бер проблемалар аныҡ тормош алып барыуҙы, сикләүҙәрҙе талап итә. Мәҫәлән, ашҡаҙан менән яфаланғандар төрлө фастфуд ярамағанлығын белә һәм баш тарта, үпкә сирлеләр тәмәке тартыуын ташларға тейеш була һ.б. Шулай итеп, ҡайһы берҙәргә яман ғәҙәтенән арынырға, үҙгәрергә сәбәп үҙе сыға. Сәләмәт тормош дөрөҫ ашауҙан ғына тормай әле: йоҡо туймау, гел стресс кисереп йәшәүҙән дә, аҙ хәрәкәтле тормоштан да күп сирҙәрҙең баш ҡалҡытыуы бар.

1. Дөрөҫ туҡланмау ашҡаҙан-эсәк юлы өсөн генә түгел, бер генә витамин етмәгән хәлдә, бөтә организмға етди проблемалар килтереүе бар. Этил спиртының һәм никотиндың кешегә кире зыяны тураһында күптән иҫбат ителгән: улар бөтә ашҡаҙан, тын алыу, ҡан юлдары һәм нервы системаһына емергес тәьҫир итә. Организм етерлек ял алмаһа ла насар: иммунитет түбәнәйә, хәтер, иғтибар насарая, башланып торған сирҙәр көсәйеп китә.

Оло кешегә көн дауамында һигеҙ стакандай һыу эсергә кәрәк. Иртәнге ашты ашау мотлаҡ һанала. Иртән туҡлыҡлы һәм баланслы ашау кешене төшкә тиклем күтәренке кәйеф һәм энергия менән тәьмин итә. Иртәнге ашҡа бутҡа, емеш-еләк, эремсек йәки йомортҡа ҡулланыу файҙалы.

Диетологтар кәңәш итеүенсә, аҙыҡ ҡабул итеүҙе ошо рәүешле төҙөргә кәрәк: тәрилкәнең яртыһында яңы өҙөлгән йәшелсә, дүрттән бер өлөшөндә - гарнир (бутҡа йә крахмаллы йәшелсә), ҡалған өлөшөндә - аҡһымлы ризыҡ (ит, творог, йомортҡа, балыҡ). Мөмкин булғанса шәкәрҙән, төрлө соустарҙан баш тартырға кәрәк. Тәмле ашарға яратҡандарға тәүҙә ҡыйыныраҡҡа тура килер, тик аҙыҡтың тәбиғи тәменә бер-ике аҙна самаһы яйлап өйрәнгәндә, барыһы ла ыңғай булыр. Ваҡытында - 3-4 сәғәт һайын ашауҙы ойоштороу иң яҡшыһы. Асығыу тойғоһо барлыҡҡа килгәндә,төшкө йәки киске аш мәлендә бер юлы күп ашамаҫ өсөн, нимәлер ҡапҡылап алырға кәңәш ителә.

2. Йоҡо һәм ял. Ятҡан урын уңайлы булһын, арҡаны тотор өсөн матрас һәм мендәрҙең ҡатырағы яҡшы. Кис йоҡо бүлмәһен елләтеү мотлаҡ ғәмәлдәрҙең береһенә әйләнһен. Ҡараңғылатылған бүлмәлә тауыш-тын булмаһа, йоҡо туйып, иртән еңел уяндыра. Һау-сәләмәт булыу өсөн оло кешегә тәүлегенә 7-8 сәғәт йоҡлау мөһим.

Шөғөл-ҡыҙыҡһыныуҙарҙы йыш үҙгәртеп тороуҙың һаулыҡҡа яҡшы тәьҫир итеүе күптән иҫбатланған хәҡиҡәт. Әгәр эшегеҙ физик көс-хәл талап итһә, өйгә ҡайтыу менән ремонт эшенә йәки өй таҙалау һ.б физик эштәргә тотоноу кәрәкмәй. Ундайҙарға йылы ванна инеп, музыка тыңлау йә китап уҡыу яҡшыраҡ. Киреһенсә, эш компьютер, яҙыу-һыҙыу менән бәйле икән, хеҙмәт көнөнән һуң саф һауала йөрөргә, күнекмәләр эшләргә, ашарға бешеренергә мөмкин.

3. Стрестарҙы булдырмаҫҡа тырышыу. Мәҫәлән, күңелгә ятмаған кеше менән аралашыу, яратмаған эш менән шөғөлләнеү эстә ҡаршылыҡ ҡына тыуҙыра икән - быларын булдырмаҫҡа, баш тартырға мөмкин. Ә шәхси тормошта проблема килеп сыҡһа, эштә уңышһыҙлыҡтарға осралһа - ошондай хәлдәргә тарып, үҙаллы йырып сыға алмағанда, психологка мөрәжәғәт итергә була.

4. Физик форманы яҡшы тотоу. Көн режимын төҙөгәндә физик әүҙемлеккә лә урын ҡалдырылыуы мөһим. Мотлаҡ ауыр күнекмәләр эшләргә тимәгән, ярты сәғәтләп саф һауала йөрөп инеү, юғары ҡатҡа менгәндә-төшкәндә лифттан файҙаланмау - былар ҙа хәрәкәттең бер төрө. Иртәнге гимнастиканы эшләү көнө буйына етерлек көс-дәрт бирһә, киске саф һауала йөрөү тыныс йоҡлауға булышлыҡ итә. Ултырып эшләүселәргә 20 минут һайын аяҡҡа баҫып күнегеүҙәр яһарға йә йөрөп килергә кәрәк. Шулай иткәндә, кис ныҡ арығанлыҡ һиҙелмәй, эшкә һәләтлелек тә юғары була.

5. Сәләмәт ғәҙәттәрҙе үҙ итеү. Көн режимын төҙөү ваҡытты, эште, ялды дөрөҫ ойошторорға ярҙам итә. Аныҡ көн тәртибе булдырғанда, төнгә тиклем телевизор ҡарап йә компьютерҙа эшләп ултырылмаҫ, йоҡо ла яҡшы булыр, ваҡытында ашарға кәрәклек тә онотолмаҫ.

6. Насар ғәҙәттәрҙән арыныу. Ҡанға һеңгән ғәҙәттәрҙән ҡотолоуы ауыр, шулай ҙа тырышып ҡарау бер ваҡытта ла һуң түгел. Үҙаллы булдыра алмағанда, бәлки, белгестәргә мөрәжәғәт итеү тураһында ла уйларға кәрәк булыр.

7. Медицина күҙәтеүен даими үтеп тороу хәйерле. Был сирҙәрҙе морон төртөү менән асыҡларға һәм дөрөҫ диагноз ҡуйып, ваҡытында дауаланырға мөмкинлек бирә, аҙыуына юл ҡуймай. Белгестәрҙә тикшерелмәйенсә, үҙаллы дауаланыу менән шөғөлләнеү хәүефле икәнлеген оноторға ярамай.


Фото:folkextreme.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в