Республикала коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта һуңғы тәүлектә тағы ла 539 кешенең сирҙе эләктергәне асыҡланды. 125 пациент – стационарҙа, 18-е ауыр хәлдә, бер ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тәүлек эсендә өс ауырыуҙың вафат булғаны билдәле.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, вакцина яһатыу буйынса пландың минималь кимәле үтәлгән, беренсе компонентты алғандар һаны – 2 522 046. Башҡортостанға ике сит ил препараты – “Молнупиравир” һәм “Эвушелд” килтерелгән. Улар коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн ҡулланыласаҡ.
“Молнупиравир” стационарҙа, шулай уҡ амбулатор шарттарҙа коронавирусты дауалау өсөн файҙаланыла. Ул “Фавипиравир”ға ҡарағанда көсһөҙөрәк, әммә еңелерәк үткәрелә. “Эвушелд” препаратын республика ике мең ҡап күләмендә алды, ул вакцина яһатыуға ниндәйҙер ҡаршылыҡ булған осраҡта, хроник сирле, иммунитеты ҡаҡшаған кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Улар иҫәбенә онкология, ВИЧ-инфекция, ревматизм, аутоиммун, бауыр сирҙәре инә. Препаратты профилле табиптар – онкологтар, ревматологтар, гемодиализ үҙәктәре белгестәре тәғәйенләй ала”, – тине етәксе.
Әле дарыуҙарҙы ҡабул итеү, теркәү бара, киләһе аҙнанан республика халҡы араһында бүленәсәк. Улар рецепт буйынса түгел, төп сирҙе дауалау урынында пациенттарға биреләсәк. Әле исемлек әҙерләнә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.