Әнистең үҙенең, орлоғоноң һәм майының шифалы булыуы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Ул дауа рәүешендә элек-электән мосолман илдәрендә киң таралған булған. “Ҡара әнистә үлемдән башҡа бөтә төр сирҙәргә дауа бар” тип әйтеп ҡалдырған билдәле имамдар Әл-Бохари һәм Мөслим. Бөгөн емеш-еләк, тәмләткестәр һатылған кибеттәрҙә ҡара әнистең орлоғо ла, шешәгә ҡойолған майы ла һатыла.
Юғары ҡан баҫымы йонсотһа
Тәү сиратта ул юғары ҡан баҫымын көйләй. Бының өсөн ҡара әнис орлоғон порошок хәленә еткәнсе онтарға кәрәк (ҡәһүә тарттырғыс ҡулланырға мөмкин, шулай уҡ әҙере лә һатыла). Бер балғалаҡ массаға 250 миллилитр ҡайнаған һыу ҡойоп, һыуығанын көтөргә. Көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға эсергә. Әгәр ашҡаҙанығыҙ менән проблема булмаһа, бер тырнаҡ һарымһаҡ та ашарға кәңәш ителә.
Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн
Бер аш ҡалағы кипкән бөтнөк, бер балғалаҡ әнис орлоғона бер стакан һыу өҫтәп, ҡайнатып сығарырға. Термоста бер сәғәт тоторға. Сәй, ҡәһүә урынына эсергә тәҡдим ителә, тик улар менән бергә ярамай.
Инсультты иҫкәртә
Көнсығыш Европала “әнис ашаһаң, инсультты белмәҫһең” тиҙәр. Унда инсульт кисергән сирлеләргә көнөнә ике-өс тапҡыр (ашау араһында) порошок хәленә еткереп онталған әнис орлоғо ҡабып, артынса һыу эсергә тәҡдим итәләр.
Ҡара әнистең майы
Ул шулай уҡ халыҡ дауалау алымында киң ҡулланыла, айырыуса организмды таҙартыу, иммунитетты нығытыу һәләте менән ҡиммәтле. Майҙы оҙаҡ ваҡыт дауамында – бер айҙан ярты йылға тиклем эсергә кәңәш ителә. Уртаса алынған иҫәп: көн һайын ашарҙан 15 минут алда бер балғалаҡ май. Ҡабул итеү өсөн тәмле ризыҡ түгел, шуға күрә бер балғалаҡ май, артынса уҡ бер балғалаҡ бал ҡабырға һәм йотомлап йылы һыу эсергә кәңәш ителә.
Фото: aktrong.ru