Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, республикала төбәк оперштабы ҡарары талап ителмәгән эшлекле, мәҙәни, күңел асыу, спорт һәм башҡа сараларҙа ҡатнашыусылар һаны 30-ҙан 200 кешегә тиклем артты.
Дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар ойошторған сараларҙа 200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша ала. Шул уҡ ваҡытта 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан күмәк саралар (мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында үткәрелгәндәрҙән тыш) Рәсәй Федерацияһының Баш дәүләт санитар табибы ҡарары талаптарын иҫәпкә алып ойошторолорға тейеш.
Башҡортостанда йәшәүселәргә, шулай уҡ республика биләмәһендә булғандарға коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация йәки ревакцинация үтергә кәңәш ителә.
1,5 метрҙан кәм булмаған социаль дистанцияны мотлаҡ үтәү һәм тейешле билдәләр һалыу, хеҙмәт эшмәкәрлеге процесында бирсәткә кейеү кәрәклеге, 30 кешенән күберәк кеше ҡатнашҡан хеҙмәт коллективы йыйылыштарын һәм башҡа күмәк саралар уҙғарыуҙы тыйыу, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең 50 процентын дистанцион режимға күсереү тураһында тәҡдим ғәмәлдән сығарыла.
Дәүләт һәм муниципаль власть органдары етәкселәре граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙе яңырта ала.
Эш биреүселәр “Омикрон” штамы эшләгән шарттарҙа эпидемияға ҡаршы саралар үткәреү үҙенсәлектәре тураһында Роспотребнадзорҙың методик кәңәштәрен үтәүҙе тәьмин итергә тейеш.
Шуның менән бергә битлек режимын үтәү бурысы тулыһынса һаҡлана.
Шулай уҡ COVID-19-ға ҡаршы вакцинация тураһында, коронавирус үткәргән, прививка яһатыуға ҡаршы медицина күрһәтмәләре булыуы тураһында сертификаттар күрһәтеү талабы, ябыҡ биналарҙа, шул иҫәптән спорт матчтарында һаҡлана. Бындай сараларға инеү өсөн документтар исемлеге сир тыуҙырыусыға антиесемдәр (G иммуноглобулиндары) булыуы тураһында сертификат менән тулыландырылған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.