Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Март 2022, 23:15

Республика халҡы үҙебеҙҙә дауаланыуҙы хуп күрә

Радий Хәбиров Өфө Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына артабан да ярҙам күрһәтеләсәген билдәләне.

Республика халҡы үҙебеҙҙә дауаланыуҙы хуп күрә
Республика халҡы үҙебеҙҙә дауаланыуҙы хуп күрә

30 мартта Радий Хәбиров Өфөнөң Пушкин урамында урынлашҡан Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында булды.

Директор, медицина фәндәре докторы Мөхәррәм Бикбов учреждение тураһында һөйләне, республикабыҙ ҡалаларында барлыҡҡа килгән яңы офтольмология үҙәктәре хаҡында ла әйтеп китте. Хәҙер инде республика халҡы сит төбәктәргә бик йөрөмәй, үҙебеҙҙә дауаланыуҙы хуп күрә, үҙәктәр өсөн Башҡортостанға өҫтәмә федераль аҡса ла бүленә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктә берҙәм офтольмология үҙәге булдырыу тураһында Радий Хәбиров 1921 йылдың июлендә “Сәләмәтлек сәғәте” ултырышында белдергәйне.

Институт табиптары йылына яҡынса 40 мең операция эшләй. Был илебеҙҙәге шундай учреждениелар араһында иң юғары күрһәткес. Импортлаштырыу сиктәрендә яңы диагностика һәм дауалау ҡоролмаһын, шулай уҡ күҙҙең яһалма өлөштәрен сығарыу үҙләштерелә. Мөхәррәм Бикбов әйтеүенсә, институттың бер корпусы, реконструкция тамамланмау сәбәпле, 18 йыл буш тора. Башҡортостан Башлығы был бинаны яңынан профилләштереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

“Институт юғары класлы белгестәрҙе берләштергән бик көслө профессиональ коллективты һаҡлап ҡалған. Беҙ республиканың берҙәм офтальмология хеҙмәте сиктәрендә уның эшенә артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Муниципаль-ара үҙәктәр булдырыу идеяһы эре ҡалаларҙан ситтә йәшәгән кешеләр түләүһеҙ сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн барлыҡҡа килгәйне. Беҙ был осраҡта дөрөҫ йүнәлештәбеҙ тип уйлайым”.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Республика халҡы үҙебеҙҙә дауаланыуҙы хуп күрә
Республика халҡы үҙебеҙҙә дауаланыуҙы хуп күрә
Республика халҡы үҙебеҙҙә дауаланыуҙы хуп күрә
Республика халҡы үҙебеҙҙә дауаланыуҙы хуп күрә
Республика халҡы үҙебеҙҙә дауаланыуҙы хуп күрә
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: