Өфөнөң Октябрь район суды 26 йәштән 66 йәшкә тиклемге өс иргә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Башҡортостан Прокуратураһы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың июнь айында атай кеше ике улы менән “Шкода Октавия” автомобилендә Октябрь проспектының 144/1 йорто эргәһендәге тротуар буйлап барғанда бер ир йәйәүлеләр юлынан йөрөгәндәре өсөн ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтә.
Аталы-уллы өсәү менән йәйәүле араһында бәхәс ҡыҙа. Ир ярһыған машина хужаларынан ҡотолоу өсөн күрше йорт ихатаһында йәшенмәксе була. Тик тәртип боҙоусыларға был оҡшамай, үс алғылары килә. Ҡыуып етеп, ҡанға батырғансы туҡмайҙар. Табиптар баш һөйәге- мейе йәрәхәттәрен, бит һөйәктәре һыныуын, баш һөйәге нигеҙе имгәнеүен асыҡлай. Бәләгә тарыған кешенең ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалғанын, уның клиник үлем кисергәнен асыҡлайҙар.
Табиптар аңлатыуынса, клиник үлем – йәшәү менән биологик үлем араһындағы күсеү осоро. Был этапта йөрәк эшмәкәрлеге һәм тын алыу туҡтала, организмдың бөтә тышҡы йәшәү билдәләре тулыһынса юҡҡа сыға.
Медицина хеҙмәткәрҙәренең ваҡытында күрһәткән реанимация саралары ярҙамында пациент үлемдән ҡотҡарыла. Әммә уны ошондай хәлгә төшөргән енәйәтселәр ғәйебен танымаҫҡа тырыша. “Суд ғәйеплеләрҙе дүрт йылдан биш йылға тиклем иректәренән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы,”– тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Ксения Калинина фотоһы.